Бөгөн Луганскта генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовҡа “Рәсәй Геройы” исемен биреүгә ҡултамғалар йыйыу башланды

 112-се кавалерия дивизияһы етәксеһе Луганск ерен немец-фашист илбаҫарҙарын азат иткәндә һәләк булған.  Бөйөк Ватан һуғышында дивизияның 78 һалдаты Советтар Союзы геройы исеменә лайыҡ була. Сталинград янында еңеү Бөйөк Ватан һуғышының һынылышлы мәле – шул алыштан совет ғәскәрҙәре һөжүмгә күсә.  112-се башҡорт кавалерия дивизияһының данлы юлы ла тап Сталинградтан башлана. Дивизия, башлыса, башҡорт һыбайлыларынан туплана. Шайморатов етәкселегендә Сталинград, Украинаны азат итеүҙә ҡатнаша. Дивизия Дондан Эльбаға тиклем 4 мең километрҙан ашыуыраҡ ер үтә. Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн дивизия Юғары Баш командующийҙың бойороҡтарында 15 тапҡыр билдәләнә. Ленин ордены менән бүләкләнә. 

Яндекс.Метрика