Ҡасан властар Төнъяҡ Шаҡша микрорайонында йәшәүселәрҙең аһ-зарын ишетер?

2012-се йылдан алып Сквозная урамы халҡы йөк машиналарынан ҡурҡып йәшәй. Туҡталышҡа тиклем йәйәүлеләр өсөн юл юҡ. Бынан тыш, 200 метр самаһы юл яҡтыртылмай. Һуңғы осорҙа ғына бында ике кешене төкөткәндәр. Икенсе класс уҡыусыһы Алмирға мәктәптән өйөнә ҡайтыуы батырлыҡҡа тиң. Көн һайын уға 200 метрҙан ашыу үлемесле юл буйынан барырға тура килә. 7 йәшлек балаға тейә яҙып ҡына йөк машиналары елдерә. Уҡыусыларҙың барыһы юлдың ошо өлөшөн үтеүҙән ҡурҡа.Көн һайын дауаханаға, дарыуханаларға, аҙыҡ-түлек артынан сауҙа үҙәктәренә йөрөгән ололарға ла еңелдән түгел. Сквозная урамында йәшәүселәр был мәсьәләне 2012-се йылдан алып хәл итә алмай. Урындағы хакимиәт вәғәҙәләр менән хаттар яҙып ҡотола. Депутаттар һәм башҡа чиновниктар ишетергә теләмәй, ти халыҡ.Ошо урында йәйәүлеләрҙең юлы булырға тейеш. Әммә, бында билдән көрт ята. Кешеләр үтә алмағас, юлдын ситенән йөрөргә мәжбүр. Ошондай уҡ хәл ҡаршы яҡта ла күҙәтелә.М-5 федераль трассаһына илткән был юлдан бер-нисә баҡса ширҡәтенән кешеләр йөрөй. Улар араһында сабыйҙары менән йәш әсәләр ҙә бар. Һәр кем үҙе өсөн түгел, ә балаһы өсөн ҡайғыра.Әгәр түңәрәктәр йә өҫтәмә белем биреү дәрестәре булһа, уҡыусыларға һуңға тиклем ҡалырға тура килә. Мәсьәләне асыҡлау маҡсатында беҙ Калинин районы хакимиәтенә мөрәжәғәт иттек. Унда беҙҙе аңлап ҡабул иттеләр һәм ваҡиға урынына белгес менән ебәрҙеләр. Тәүҙә чиновник йәйәүлеләргә альтернатив юл эҙләргә тәҡдим итте. Әммә, баҡса ширҡәттәрендә урамдар араһында тыҡрыҡтар юҡ. Мәсьәләне еңел генә хәл итеп булмаясағын аңлағас, хакимиәт белгестәре халыҡ менән уртаҡ фекергә килде. Халыҡты йәйәүлеләр өсөн юл, уларҙың яҡтыртылмауы, маршрут автобустарының яҡшылап йөрөмәүе, туҡталыштың насар булыуы һәм берәҙәк эттәрҙең күпләп йөрөүе борсой. Хакимиәт белгесе юл мәсьәләһен ике аҙнанан хәл итергә вәғәҙәләне. Ә бына башҡа проблемаларҙан сығыу юлын чиновниктар һәм халыҡ бергәләп эҙләйәсәк.



Последние новости

Яндекс.Метрика