Өфөлә йәрәхәт алған балаларға тәүге ярҙамды яңы адрес буйынса күрһәтәсәктәр

Быға тиклем Аксаков урамы 62 адресында урынлашҡан 6 поликлиника травмпункты хәҙер Республика балалар клиник дауаханаһы янында урынлаша. Регина  яңы травмотология пунктында тәүге пациенттарҙың береһе. Уҡыусы ҡыҙ гандбол уйнаған ваҡытта аяғын имгәтә. Ашығыс ярҙам бригадаһы уны республика клиник дауаханаһында урынлашҡан яңы балалар травмпунктына илтә. Бында баш ҡаланың бөтә райондарынан да беренсе ярҙам һорап киләләләр. Быға тиклем Аксаков урамында урынлашҡан үҙәк санитар талаптарға яуап бирмәгәнлектән һәм бина емерек хәлдә булғанлыҡтан уны ябырға ҡарар ителгәйне. Уңайлыҡ өсөн балалар травмпунктына айырым инеү урыны эшләнә. Бында рентген, гипс һалыу, яра бәйләү бүлмәһе бер урында, комплекслы ярҙам күрһәтеү өсөн табип анастезиолог та ҡаралған. Тәүге эш көнөндә генә 50 кешегә беренсе медицина ярҙамы күрһәтелгән. 



Последние новости

Погода в Башкирии на 25 ноября  | ГТРК «Башкортостан»

Погода в Башкирии на 25 ноября

3 часа 36 минут назад
Яндекс.Метрика