”Притяжение” блокбастеры

Кинотеатрҙарҙа Федор Бондарчуктың “Притяжение” блокбастеры Рәсәй тамашасыларының иғтибарын яулауҙы дауам итә. Ғинуар аҙағында прокатҡа сыҡҡан кинокартинаны  күптәр   ҡарап өлгөрҙө. Рәсәй 1 каналы  ҡатнашлығында төшөрөлгән фильмды беҙҙең хеҙмәттәштәребеҙ ҙә барып күрҙе.Сит ил планета кешеләре тураһында  Рәсәй киноһы тарихында тәүге картина. Һәр тамашасы уның прокатҡа сығыуын төрлө тойғолар менән көттө. Вәғәҙәләнгән сифат үҙен аҡлармы?  Һуңғы аҙнала “Притяжение” фильмы тамашасы иғтибарын иң күп яулаған фильмдарҙың береһенә әйләнде. Фильмды  Германия, Франция, Малайзия һәм Ҡытай  һатып алған.  Уны төшөрөүселәр  әйтер һүҙҙәренең бөтә кешелеккә барып етеүен теләй.  Кем ул – заман кешеһе, башҡаларға ҡарата ул ниндәй мөнәсәбәттә? Ниндәй йәмғиәт уратып алған беҙҙе?  Режиссер Һәр тамашасыны үҙен геройҙарҙың урынына ҡуйып, ваҡиғаларҙы күңелендә кисерергә Һәм уйланырға мәжбүр итә .Быуын-ара ҡаршылыҡтар, кешеләрҙең бер йортта йәшәп тә яҡындары менән хатта һөйләшеү өсөн дә ваҡыт тапмауы, төп геройҙың бөтә булмышын тик эше солғап алыуы – был хәлдәр һәр беребеҙгә таныш. Сит планета корабленең ергә ҡолап төшөүен, атыш, алыш, үлем һәм күҙ йәштәрен күреү ниәте менән фильмға килгән тамашасылар  кинозалдан бөтөнләй икенсе тәьҫораттар менән сыға. Журналистар өсөн дә фильм әһәмиәтле. Киң мәғлүмәт сараларындағы мәғлүмәтте халыҡ нисек ҡабул итә? Экран аша әйтелгән һәр һүҙ йәмғиәттең тормошона, кәйефенә, фекеренә ни тиклем көслө йоғонто яһауы һәм тапшырыуҙар әҙерләгән ваҡытта һәр мәғлүмәттең  уйланып әйтелергә тейешлеге – фильм авторҙарының донъя кимәлендә күтәрергә теләгән идеяларының береһе. 

Яндекс.Метрика