Ер шарында Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көрәшеү көнө билдәләнде

  • Ер шарында Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көрәшеү көнө билдәләнде | ГТРК «Башкортостан»

Был датаны билдәләүҙең маҡсаты – онкология сирҙәре тураһында мәғлүмәт биреү һәм был ҡурҡыныс ауырыу хәүефе тураһында иҫкәртеү.  Ҡатын-ҡыҙҙар араһында онкология сирҙәре исемлегендә һөт биҙҙәре яман шеше беренсе урында. Ул иң аҙғын ауырыуҙар иҫәбендә. Рәсәйҙә йыл һайын 45 меңгә яҡын ҡатын-ҡыҙға мәкерле диагноз ҡуйыла. Башҡортостанда иһә йыл һайын бер меңгә яҡын гүзәл затта күкрәк яман шеше асыҡлана. Был ауырыуыға килтереүсе сәбәптәр бихисап. Хәҙерге мәшәҡәтле тормошта ғәҙәти  ығы-зығы, хафаланыу ҙа сиргә юл яра. Ауырыуҙарҙың 10-20 процентына генетик факторҙар сәбәпсе. Һимереү, бауыр сирҙәре, ҡан быҫымы ауырыуы, шәкәр диабеты ла сиргә юл аса. Уларҙың береһен генә лә үҙегеҙгә ҡағылышлы тип тапһағыҙ, кисектермәйенсә, маммологка күренеү кәрәк. Ун осраҡтың туғыҙында яман шеште дауаларға мөмкин. Тик бының өсөн уны ваҡытында асыҡлау мөһим. Онкология сирҙәрен тулыһынса иҫкәртеү мөмкин түгел. Әммә уның хәүефен кәметеү юлдары бар: зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартыу, дөрөҫ туҡланыу, ваҡытында ял итеү , табиптарға даими күренеү.  

Яндекс.Метрика