Хәрби техниканың 200-ҙән ашыу өлгөһө бер бүлмәлә

Республиканың хәрби дан музейында тәүге тапҡыр күргәҙмәгә үҙенсәлекле макет һәм моделдәр ҡуйылды. Егерме өс йыл буйы хәрби самолет йөрөткән Нил Нурисламовтың был бала саҡ мауығыуы. Хәрби самолет макеттарын дуҫтарына һәм таныштарына бүләк итә. Күргәҙмәлә ул яһаған 150 моделдең бары 10-15-е күрһәтелгән. “Хәҙер балалар башҡа уйындар менән мәшғүл”, — тип хафалана хәрби летчик.Хафалар бушҡа ғына. Күргәҙмәгә килгән ҡыҙҙар һәм егеттәр “Хәрби техника донъяһы”нан һоҡланғыс тәьҫораттар алды. Һәм тарих дәрестәренең мауыҡтырғыс икәнен таныны.Хәрби техника моделдәре күргәҙмәһендә самолет, һыу аҫты кәмәләренән тыш, танк макеттары менән яу мәлдәрен һүрәтләгән диорамалар айырым урын алған. Төп маҡсат – Рәсәй хәрби ҡоралланышын тарихи өлгөләрҙән башлап заманса ҡаҙаныштарға тиклем күрһәтеп, илдең ҡеүәтен тасуирлау, ти музей хеҙмәткәрҙәре. Балаларҙа илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү маҡсаты менән хәрби дан музейы йәнә бер сара ойошторорға ниәтләй.Өфөлә барыһы унлаған моделсе йәшәй. Стенд моделдәренең халыҡ-ара конкурстарында еңеүсе Николай Бочкаревтың ҡатырғанан яһалған техника макеттары, Сергей Катрениндың хәрби автомобиль һәм орудие өлгөләре, Павел Хвойновтың Рәсәй танк ғәскәрҙәре коллекцияһы, Алексей Шушпановтың ысынбарлыҡҡа тап килтереп башҡарылған диорамалары балалар ғына түгел, ололарға ла ҡыҙыҡлы.    Хәрби техника донъяһында ҡыҙыҡлы моделдәрҙе күреп кенә түгел, уларҙы ҡәҙерләп яһаған мауығыусан кешеләр менән дә осрашырға мөмкин. Күргәҙмә бөгөндән беренсе мартҡа тиклем асыҡ. 

Яндекс.Метрика