Ил кинематографына нигеҙ һалыусыларҙың береһе-Яков Протазановтың тыуыуына 137 йыл

1940 йылда режиссерҙың  «Салауат Юлаев» нәфис фильмы прокатҡа сыға. Һуғыш йылдарында уны йыш ҡына Ҡыҙыл Армия частарында яугирҙарҙың хәрби рухын күтәреү өсөн күрһәтәләр. “Салауат Юлаев”  профессиональ башҡорт  киноһындағы тәүге нәфис фильм. Ул, башлыса, Ишембай районында төшөрөлгән. Күренештәрҙә ҡатнашыу өсөн халыҡ кәрәк булғас, урындағы ағас эшкәртеү предприятиеһы, колхоздарҙа эштәр туҡтатыла.  Барлыҡ аттарҙы ла кино авторҙары ҡарамағына тапшыралар.  Салауат Юлаевҡа Әбелхайыр уҡ атҡан ер ҙә тап Ишембай районындағы кадрҙар. 



Последние новости

Яндекс.Метрика