Өфөлә «Урал батыр» эпосына арналған һәйкәл барлыҡҡа киләсәк

 Бындай тәҡдим менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты сыҡҡайны. Ошо маҡсатта ҡоролтай ҡарамағында эшсе төркөм ойошторолдо һәм бөгөн уның беренсе ултырышы үтте. Комиссияға ғалимдар, архитекторҙар, режиссерҙар, төрлө ведомство-министрлыҡ вәкилдәре инә. Һәйкәлде Башҡортостандың 100 йыллығын байрам иткәндә һәм 2020-се йылдағы Бөтә донъя Фольклориадаһы көндәрендә асыу ҡарала. «Урал батыр» эпосы һәйкәленә эскиздар ҙа эшләнгән. Әлегә ул раҫланмаған һәм ҡағыҙҙа ғына ҡала. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн махсус фонд булдырыласаҡ. Урал батыр эпосына һәм башҡа эпостарға монументтарҙы аллея кеүек эшләргә йыйыналар. Композицияны Өфөгә Башҡортостандың көньяҡ ҡапҡаһынан ингән юлда, Ағиҙел ярында урынлаштырыу күҙ уңында тотола.

Яндекс.Метрика