Башҡортостан биләмәләрендә ҡырағай йәнлектәрҙең иҫәбен алыу башланды

  • Башҡортостан биләмәләрендә ҡырағай йәнлектәрҙең иҫәбен алыу башланды | ГТРК «Башкортостан»

Егерҙар һәм инспекторҙар алдан билдәләнгән 35 маршрут буйынса йәнлектәрҙең һанын асыҡларға тейеш. Быны улар эҙҙәргә ҡарап асыҡлай. Йылдар буйына һаналған был ысулға яңы технологиялар ҙа ярҙамға килә. Башҡортостан Милли паркында мәҫәлән, ҡырағай йәнлектәрҙең йәшәйешен күҙәтеү өсөн видеоҡапҡандар ҡулланыла. Ҡырағай йәнлектәрҙең иҫәбен алыуҙа Әнүәр … тиҫтәләрсә йылдар менән һаналған ысулды ҡуллана. Ғәҙәттә иректәге хайуандарҙың үҙ биләмәһе бар һәм улар йәшәгән урынын ташламай. Тимәк бер үк ҡуян, төлкө, айыу, мышы йә бүре икенсе маршрутта тап булмаҫҡа тейеш. Һәр эҙ махсус картаға индерелә, ошо рәүешле ниндәй йәнлектәрҙең артыуы йә кәмей барыуы асыҡлана. Тик был ысул менән уларҙың йәшен, төҫөн һәм башҡа үҙенсәлектәрен асыҡлап булмай. Хәҙер Башҡортостан милли паркы инспекторҙарына заманса технологиялар ярҙамға килә. Видеоҡапҡан исемен алған ҡоролмаларҙы инспекторҙар күберәк эҙҙәр булған ергә урынлаштыра. Әле милли парк биләмәһендә 10 ҡоролма йәнлектәрҙе күҙәтә. Камера инспекторҙарға үҙ биләмәләрендәге хайуандарҙың күбеһен тереләй күҙәтергә ярҙам итә. Бер нисә ай эсендә видеоҡапҡан айыу балаларын, бүреләр өйөрөн, төлкө, хатта быға тиклем кеше күҙенә күренмәгән аҫты төшөрөп алған. Айырым һаҡланған биләмәлә был тирәгә хас булмаған хайуандарҙы ла осратырға мөмкин. Мәҫәлән, ҡыр сусҡалары был климат шарттарына яраҡлашмаған, шуға күрә уларҙы инспекторҙар ҡыш буйына ашатып тора.

Яндекс.Метрика