Мәләүездә микрозайдар биреү офисына һөжүм иткәндәр

Енәйәт ҡылыуҙа шикләнеүсе ҡулға алынған. Төш ваҡытында балта менән ҡоралланып алған ир офисҡа инеп аҡса талап итә башлай. Уға бер ҡатын ҡаршы төшә, әммә көсө етмәгәс сығып ҡасыу яғын ҡарай. Ир тәүҙә уны ҡыуып китә, һуңынан кире әйләнеп килеп офис хеҙмәткәренән аҡса таптыра башлай.Бер сәғәттән ир ҡулға алынды. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ирҙең ун йылға иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал. 

Яндекс.Метрика