Полиция 15 кешене тотҡонлоҡтан сығарҙы

Кушнаренко районының бер төпкөл ауылында реабилитация үҙәге булдырып, пациенттарҙы бикләп тотҡандар. Араларында башҡа өлкәлә йәшәүселәр ҙә булған. Улар ойошторосыларҙың ҡаты мөнәсәбәте тураһында һөйләгән. Йорт эсендә ҡул бығауҙары, суҡмар, боксер бирсәткәһе табылған. “Законһыҙ рәүештә иректән мәхрүм итеү” статьяһы буйынса енәйәт эше асылған. Ә был осраҡ һәм ғөмүмән, наркология үҙәктәре буйынса белгестәрҙең фекере икегә бүленде. Кушнаренко районында үткән махсус операцияның видеояҙмаһы киң йәмәғәтселеккә күрһәтелгәс, белгестәр илдә алкоголь һәм наркотиктар ҡоло булған ауырыуҙарҙы реабилитациялау системаһында үҙгәрештәр индерергә кәрәклеге тураһында һөйләй башланы. Төпкөл ауылда 15 кешене ҡот осҡос шарттарҙа бикләп тотҡандар. Етмәһә, был хеҙмәт өсөн әсирҙәрҙең яҡындары аҡса түләгән. Тәфтиш комитеты енәйәт эше асты. Хоҡуҡ һаҡлау органдары зыян күреүселәрҙең яҡындарының аҙымына ла хоҡуҡи баһа бирергә тейеш. Сөнки тап улар балаларын аҡса түләп ошо үҙәккә ебәргән. Белгестәрҙең дә фекере икегә бүленде. Берәүҙәр ул-ҡыҙҙарын насар ғәҙәттәрҙән арындырыу өсөн бындай аҙымға барған өсөн ата-әсәләрҙе ғәйепләһә, икенселәре уларҙы аҡларға тырыша. Әйткәндәй, беҙҙең республикала бындай учреждениелар байтаҡ ҡына. Шуларҙың береһенә барып, йәшәү шарттары менән таныштыҡ.Был социаль адаптация үҙәге ҡаланан ситтә, алыҫта урынлашҡан. Ике ҡатлы бинала спиртлы эсемлектәр һәм наркотиктар ҡоло булған 23 ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет реабилитация үтә. Бында ҡаты тәртип. Биләмәгә һәр кем инеп-сығып йөрөй алмай. Ишектәр ябыҡ. Бинаға инеүселәрҙең исем-фамилияһын махсус журналға теркәп баралар. Реабилитация үтеүсәлерҙе күрергә килгән яҡындары, хатта үҙәктең хеҙмәткәрҙәре лә ошо исемлеккә индерелә. Социаль-реабилитация үҙәгендә көн тәртибе буйынса йәшәйҙәр. Һәр кемгә махсус ролдәр бирелә.Бында пациенттар төрлө юл менән килә. Күбеһен ата-әсәләре көсләп ебәрә. Иң мөһиме, реабилитация ваҡытында улар яҡындарының хаҡлығын аңлай.  Ә бына Александр үҙе теләп дауаланырға килгән. Учреждение ябыҡ булһа ла, пациенттарҙың яҡындары бында килеп, йәки шылтыратып хәлен белә ала. Кушнаренколағынан тыш, был үҙәктең эшмәкәрлеген Һаулыҡ һаҡлау һәм Эске эштәр министрлыҡтары күҙәтә. Әммә йәшерен үҙәктәр ҙә етәрлек. Эдуард Рәхмәтуллин әйтеүенсә, йәшерен үҙәктәрҙең эшмәкәрлегенең маҡсаты кешене насар ғәҙәттән арындырыу түгел, ә аҡса эшләү. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡта бер йыл элек ошондай йәшерен үҙәктәрҙең береһендә янғын сығып, 12 кеше һәләк булғайны. Уның етәкселәре дауаланыусыларҙы ҡол итеп тотҡан. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен бөтөнләй үтәмәгән. Бындай осраҡтар булмаһын өсөн, белгестәр был өлкә ҡаты күҙәтеү аҫтында булырға тейеш, әммә махсус ҡанун да, ошондай үҙәктәрҙе федераль исемлектә теркәү ҙә кеше ғүмерен һаҡлауға гарантия бирмәй, ти. 

Яндекс.Метрика