Әтәс менгән ситәнгә

Баш ҡалабыҙҙа иҫтәлекле урындар, үҙендә тарих биттәрен һаҡлаған биналар бихисап. Шундайҙарҙың береһе Өфөнөң Зорге урамында урынлашҡан сауҙагәр Костериндар ғаиләһенең йорто. Зауыҡлы өйҙән тыш, был урын баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы иҫтәлекле ваҡиғалары менән дә йәлеп итә. Был йортто ысын мәғәнәһендә 2017-се йылдың, йәғни, тауыҡ йылының символы, тиергә мөмкин. Шуға ла Өфө сауҙагәрҙәренең тарихына күҙ һалып китеү өсөн иң уңайлы мәл.Ошо ике ҡатлы бинаны халыҡ телендә „әтәсле йорт„ тип йөрөтәләр. Ҡыйығында ҡош һыны урын алғанлыҡтан, шулай атағандар ҙа инде. Әйткәндәй иҫтәлекле урын үҙендә бер быуаттан ашыу тарих һаҡлай.Тарихсылар әйтеүенсә, йорт нисек төҙөлгән әле лә шул килеш һаҡлана. Бары тик ҡыйыҡтағы әтәс кенә бер-нисә тапҡыр алмаштырылған.   Әлеге көндә был тарихи ҡомартҡы тураһында төрлө имеш-мимештәр ҙә ишетелеп ҡала. Йортто икенсе хужаларға тапшыралар, бина тирәләй төҙөлөш эштәре башҡарыласаҡ тигән хәбәр бик күптәрҙе һағайта. Бинаны шартына килтереп төҙөкләндереп торған ваҡытта, тағы ла бихисап йылдар халыҡты был иҫтәлекле урын ҡыуандырасаҡ, ти белгестәр.  



Последние новости

Яндекс.Метрика