Республикала законһыҙ һунар итеү осраҡтары арта

Тулыраҡ: Республикала законһыҙ һунар итеү осраҡтары арта

Браконьерҙар мышы, болан, ҡабан сусҡаларын атып ала. Килеп тыуған хәлде күҙ уңында тотоп Росгвардия, ОМОН СОБР бер-нисә районда махсус рейдҡа сыҡты. Унда пилотһыҙ самолеттар ҙа ҡулланылды. Юл буйында ҡалдырылған Нива шунда уҡ хоҡуҡ һаҡсыларының иғтибарын йәлеп итте. Саңғы юлы машина хужаһының бында буштан йөрөмәүенә ишара.Ярҙамға урындағы егерҙар саҡырылды. Ҡаргиҙәр менән эҙ артынан төшәбеҙ. Шикле сәйәхәтсе тиҙ табыла, тик ул ҡышҡы тәбиғәтте яратыусы түгел, ә ысын браконьер булып сыҡты. Виктор Брюшенко үҙенең ғәйебен аңлай, әммә аҡланырға маташа.Ҡоралай атҡаны өсөн браконьерға кәмендә 60 мең һум штраф түләргә, яңы мылтыҡ менән дә хушлашырға тура киләсәк. Бынан тыш, “Законһыҙ һунар итеү” статьяһы буйынса енәйәт эше лә асыла. Рейд Балаҡатай, Дыуан, Салауат, Ҡыйғы һәм Мәсетле райондарында үтте. Уның төп маҡсаты – браконь¬ерҙарҙы асыҡлау, һунарсылыҡ ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙе тәьмин итеү.Республикала быйыл законһыҙ һунар итеүҙең тиҫтәләгән осрағы теркәлгән. Һунарсылар үҙҙәре менән һунарсы билеты, мылтыҡҡа, йәнлекте атыуға рөхсәт ҡағыҙы һәм лицензия алып йөрөргә тейеш. Браконьерҙар өсөн төп табыш законһыҙ һунар. Республикала тиҫтәләрсә ошондай осраҡ теркәлә. Тәбиғәткә килтерелгән зыян миллиондарса һум. Браконьерҙар иһә хайуандарҙың ҡылығын аусыларҙан да яҡшы белә. Законһыҙ һунар йәнлектәрҙең бер урындан икенсе урынға күскән ваҡытта алып барыла.Браконьерҙарға ҡаршы үткәрелгән рейд ваҡытында пилотһыҙ самолеттар ҙа ҡулланылды. Был иһә браконьерҙарҙы асыҡлауҙы күпкә еңеләйтә. Былтыр Башҡортостан биләмәләрендә 4 мең 625 рейд уҙғарылған. Эш һөҙөмтәләре буйынса 613 ҡағиҙә боҙоу осрағы теркәлгән. Барлығы 426 һунар ҡоралы тартып алынған һәм Законһыҙ һунар итеү статьяһы буйынса 85 енәйәт эше ҡуҙғалтылған. Әлбиттә, былары – асыҡланған осраҡтар ғына. Бындай рейдтар артабан да Башҡортостандың һәр районында дауам итәсәк.

Подпишитесь на наш Telegram-канал