Омск һәм Ноябрск ҡалаларына Өфөнән тура авиарейстар асылды

 Хәҙер яҡташтарыбыҙ күпләп йәшәгән төбәктәргә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һәм түбән хаҡҡа барып етергә мөмкин. Был мөмкинлек Рәсәйҙең ҙур һәм бәләкәй ҡалалары араһында бәйләнеш булдырыу маҡсатын ҡуйған программа сиктәрендә башҡарыла. Осоштарҙың ярты хаҡын дәүләт субсидиялай. Тәүге осоштарҙың береһендә беҙҙең ижади төркөм ҡатнашып, пассажирҙар фекерен белеште.Авиагазель атамаһын алған ошондай лайнерҙар Волга буйы федераль округы ҡалаларын яҡынайтты. 2013 йылда пассажирҙар күпләп йөрөгән йүнәлештәр буйынса авиабәйләнеш булдырыла. Билет хаҡының яртыһын төбәк һәм федераль бюджеттар субсидиялай. Әле Өфөнән 6 йүнәлеш буйынса даими рейстар бар. Ектеринбург, Һамар һәм Ҡазанға осоштар көн һайын башҡарыла.  Уңайлыҡтар күпләп юлда йөрөгән пассажирҙарға хуш килде.Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары, айырыуса Себер йүнәлешенә һорау ҙур. Шуға күрә Башҡортостан был авиабәйләнештәрҙе артабан да субсидиялау яҡлы.Өфөнән Ноябрскийға элек Рәсәйҙе ярты урап, Мәскәү аша барырға тура килһә, хәҙер тура рейс менән 2 сәғәт ярымда килеп етергә мөмкин. Әйткәндәй, был йәш сәнәғәт ҡалаһының 3-тән 1 өлөшө Башҡортостандан сыҡҡан кешеләр. Джумалиевтар ғаиләһе йылына бер-ике тапҡыр себерҙә йәшәгән ейәндәренә ҡунаҡҡа йөрөп тора. Ололарға бының өсөн ике тәүлек буйына поезда барырға тура килә. Был юлы самолетта ҡайтырға булдыҡ, ти хужабикә. Хаҡтарҙы күреп улар бер аҙ аптырашта ҡала.Авиабәйләнеш Рәсәй ҡалалары араһында эшлекле бәйләнештәрҙе лә әүҙемләштерә. Быйыл ил буйынса 102 маршрут федераль һәм төбәктәр субсидияһын аласаҡ. Өфө аэропортынан 7 йүнәлеш буйынса рейстар ойошторолҡан. Төмәндән Өфөгә, һәм Өфөнән Белоярск, Калуга, Сыктывкар, Ханты-Мансийск, Ноябрьск һәм Омск. Әле был бәйләнештәрҙе тағы ла арттырыу мөмкинлектәре өйрәнелә. 

 

Яндекс.Метрика