Быйыл яҙғы ташҡындың көслө булыуы көтөлә

Республикала  «ҙур һыу»ҙың килеүенә етди әҙерләнәләр. Быйыл Өфөлә һуңғы 20 йылда тәүге тапҡыр көслө ташҡын булыуы ихтимал. Уны хәүефһеҙ үткәреү буйынса саралар планы тикшерелә. Штабтар, ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары һәм күҙәтеү постарының иҫәбе раҫлана, авария-ҡотҡарыу ҡорамалдары әҙерләнә. Хәлде алдан күҙаллау, мәғлүмәт алмашыу һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуған осраҡта үҙеңде нисек тотоу буйынса күнекмәләр уҙғарыу ҡарала. Ғәҙәттәгесә, Өфө хеҙмәттәре һәм предприятиеларының яҙғы ташҡынға әҙерлеге авария-ҡотҡарыу эштәренә йәлеп ителгән ойошмаларҙың техникаһы смотрында баһалана. 

Яндекс.Метрика