Өфөлә нерва системаһын яңы ысул менән дауалайҙар

Махсус ҡорамал ярҙамында баш мейеһенә магнит импульстары ярҙамында тәҫьир итәләр. Егерме биш йәшлек Александр йыш ҡына башы ауыртыуға, кәйефе юҡлығына зарлана. Төндәрен йоҡоһоҙлоҡ та борсой башлағас егет үҙәккә мөрәжәғәт итә. Сирлеләрҙе дауалау өсөн табиптар баш мейеһе күҙәнәктәренә магнит импульстары менән махсус ритмда тәҫъир итә. Һөҙөмтәлә был алым мейе эшмәкәрлегенең шәбәйеүенә килтерә. Кеше хәүефләнеп торған осраҡта ла аппарат отошло ҡулланыла, ти табиптар.Был ҡоролма мейенең бер өлөшөнә генә тәҫъир итә. Пациент уны ҡуйып 15-40 минут тирәһе ултырырға тейеш. Дауаланыу курсы утыҙ көнгә тиклем. Йөклө ҡатындарға…  тыйыла Шулайҙа был аппараттың зыянына ҡарағанда, файҙаһы күберәк, ти белгестәр.Хәҙерге заманда бигерәк тә йәштәр күңел төшөнкөлөгөнә йыш бирелә, иммунитеттың ҡаҡшауы ла тәү сиратта кешенең кәйефенә, көнөнөң нисек үтеүенә бәйле, ти белгестәр.Был ысул балалар өсөн дә хәүефһеҙ. Магнит стимуляторҙары ярҙамында хатта үҫештәрендә кәмселек булған, уҡыуҙа өлгәшмәгән, церебраль фалиж менән яфаланған малай-ҡыҙҙарға ла ярҙам итә, ти табиптар.



Последние новости

Яндекс.Метрика