Юлдар таҙартылмауы республикала бихисап аварияларға сәбәпсе булды

Белорет-Инйәр юлында өс машина бәрелеште.  Юлдың тайғаҡ булыуы сәбәпле, тауға күтәрелгән машиналарҙы үткәрер өсөн фура һәм уның артында барған ун бишенсе модель Лада машинаһы туҡтап торорға мәжбүр була. Тик боролоштан ҙур тиҙлектә килеп сыҡҡан Газель йөк машинаһы ваҡытында туҡтап өлгөрә алмайынса Лада машинаһына барып бәрелә һәм юл ситендәге көрткә барып сума. Бәхеткә, йәрәхәтләнеүселәр юҡ.

Яндекс.Метрика