Өфө халҡы ашығыс ярҙам машиналарының һуңлап килеүенә зарлана

Ҡайһы берҙәре хатта табиптар килеп инһә үҙ дәғүәләрен белдерә башлай. Ә сабырһыҙҙары һәм эсеп алғандары бөтөнләй йоҙроҡ менән ташлана. Ни өсөн ашығыс ярҙам бригадалары ваҡытында барып өлгөрмәй? Быға кемдәр ғәйепле. Был оператив бүлек Өфөнән һәм яҡын урынлашҡан райондарҙан шылтыратыуҙарҙы ҡабул итә. Тәүлегенә бында 2 мең ярым мөрәжәғәт килә. Оператив бүлектә дежур фельдшерҙар сирлеләрҙең хәлен билдәләй һәм уларға ашығыс ярҙам машинаһы ебәрә. Белгестәр 1 йәшлек сабыйҙарға, йә мейеһенә ҡан һауған, йөрәк өйәнәге тотҡан, иҫен юғалтҡан, ауыр йәрәхәт алған кешеләргә иң тәүҙә ашығыс ярҙам машинаһын ебәрә. Шунан ғына, медицина бригадалары ҡалған пациенттарға юллана. Йәғни, махсус үҙәктә ауыр хәлдәге кешеләргә өҫтөнлөк бирәләр. Белгестәр әйтеүенсә, ғәҙәттә, кискә ҡарай шылтыратыуҙар күбәйә. Күптәр полиция йәки ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт итер урынға табиптарҙы борсой. Был иһә ҡиммәтле ваҡытты ала. Өфөлә Ғабдулла Амантай урамында оло йәштәге кешенең хәле насарайған. Әммә тиҙ ярҙам машинаһы станциянан сығыу менән тығынға осрай. Юл тар булыу сәбәпле еңел автомобилдәр ашығыс ярҙам машинаһын үткәрә алмай. Кәрәкле адресҡа табиптар 17 минут эсендә барып етте. Әммә, ашығыс ярҙам машинаһы тағы бер ҡаршылыҡҡа осраны. Ихатаға инер урында торлаҡ хужалары шлагбаум ҡуйған. Уның асылғанын көткәнсә тағы ла бер-ике минут ваҡыт үтә. Табиптар ярҙам күрһәтеп бөтөү менән икенсе  саҡырыуға ашыға. Әммә бер-нисә саҡырымлыҡ юлды  уларға 22 минут эсендә үтергә тура килде. Йәнә юл таҙартылмаған һәм ошо сәбәпле йәнә тығындар.  Табиптар ауыр хәлдәге пенсионерҙы дауаханаға алып барырға крәк тигән ҡарарға килә. Табиптар Батыр урамында юлдарҙың тарлығына зарлана. Бынан тыш, бында республиканың төрлө тарафтарынан дауаханаларға килгән кешеләр автомобилдәрен ҡалдыра. Һөҙөмтәлә, ашығыс ярҙам машиналарына һәм башҡа транспортҡа үтеүе ҡатмарлаша.  Шулай ҙа, табиптар иң тәүҙә ауыр хәлдәге ололарҙы ҡайғырта. Йәштәр бульвары ҡарҙан таҙартылмаған. Шуға ла водителдәргә бер генә һыҙаттан хәрәкәт итергә тура килә. Ашығыс ярҙам машинаһы водителдәре был урамдан үткәндә боҙолоп ултырыусылар ғына булмаһын, тип борсола. Сөнки, йәшме, оло кешеме һәр кемдең ғүмере ҡәҙерле. Ашығыс ярҙам бригадалары иртәнге сәғәт һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем эшләй. Ошо ваҡыт эсендә улар кәмендә 18 пацентҡа ярҙам күрһәтә. Ә байрам көндәрендә бер бригада 30-ға яҡын саҡырыу тура килә.  Беҙ ашығыс ярҙам машинаһы табиптары менән 21-се дауахананан Октябрь проспектына өсөнсө саҡырыуға юлландыҡ. Унда оло инәй иҫен юғалтҡан. Пациентҡа белгестәр 20 минут эсендә барып етергә тейеш. Әле беҙ 7 минут самаһы барабыҙ. Әммә, тығындар, авариялар, юлдарҙың тар булыуы, әҙәпһеҙ водителдәр арҡаһында ашығыс ярҙам машинаһы ваҡытында барып өлгөрмәй. Ашығыс ярҙам бригадаһының эше төрлө экстремаль хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлегенән кәм түгел. Уларға иҫеректәр, наркомандар, психик яҡтан камил булмаған кешеләр менән аралашырға тура килә. Уҙған йылда ғына, мәҫәлән, табиптарға бер-нисә һөжүм итеү осрағы теркәлде. Ғинуар айында Камчатка крайында ашығыс ярҙам машинаһына юлды ҡапланылар һәм табиптар бер нисә минутҡа һуңланы. Һөҙөмтәлә, йәш егеттең ғүмере өҙөлдө. Ошоға бәйле Рәсәй хөкүмәте ашығыс ярҙам машиналары водителдәренә юлды ҡаплаған йә үткәрмәгән автомобилдәрҙе төкөтөп үтергә рөхсәт итергә йыйына.  Ашығыс ярҙам машиналарына юл бирмәү, ихаталарҙы һәм урамдарҙы ваҡытында ҡарҙан таҙартмау, махсус сигналдарҙы инҡар итеү һәм башҡа сәбәптәр ашығыс ярҙам машиналарын тотҡарлай. Ә табиптарҙың һәр секунды ҡәҙерле. Улар кемделер үлемдәр ҡотҡарырға ашыға.

Яндекс.Метрика