Америкала Башҡортостан балалары үлеменә бәйле яңы фильм прокатҡа сыға

Голливуд актеры Арнольд Шварцнеггер Боден күле өҫтөндәге авиафажиғә буйынса төшөрөлгән “Эҙемтә” фильмының өҙөгөн күрһәтте. Америкала был фильм 7 апрель прокатҡа сыға.2002 йылда Германияла “Башҡортостан һауа юлдары” самолеты диспетчер ғәйебе менән ДИ-Эйч Эль компанияһының йөк ташыусы самолеты менән бәрелешә. 71 кеше, шул иҫәптән Виталий Калоевтың ҡатыны һәм балалары ла һәләк була. Фильмда Калоев төп ролдәрҙең береһен башҡара.  Белгестәр әйтеүенсә, фильм менән ысынбарлыҡ араһында айырма ҙур. Шуға ла фильмдың башҡаса тамамланыуы ла ихтимал. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 1 июлдән 2-һенә ҡарай төндә авиадиспетчер хатаһы арҡаһында ике самолет – Башҡортостан авиалинияларының ТУ-154М самолеты һәм «Боинг 757» йөк самолеты бәрелешә. ТУ-154 самолетында экипаждың 12 ағзаһы һәм Испанияға ял итергә юлланған 57 пассажир, шул иҫәптән 52 бала була, уларҙың күбеһе – Башҡортостан кешеләре. Был сәфәр яҡшы уҡығандарға бүләк булараҡ ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты тарафынан ойошторола. Йөк «Боингы» менән ике пилот идара итә. Фажиғә ике самолетта булғандарҙың барыһының да ғүмерен ҡыя.



Последние новости

Яндекс.Метрика