Ҡар өйөмө аҫтынан 11 йәшлек малайҙың мәйете табылды

Тәфтишселәр Өфө ҡалаһына ҡараған Тимашево ҡасабаһында ғәҙәттән тыш хәл сәбәптәрен асыҡлай. Бында кисә ҡар өйөмө аҫтынан 11 йәшлек малайҙың мәйетен сығарҙылар. Асыҡланыуынса, бер төркөм балалар юл ситендәге ҡар тауын соҡоп уйнаған ваҡытта ул ишелеп төшә. Малай сыға алмайынса ҡыҫылып ҡала, һуңғараҡ тиҫтерҙәре был хәл тураһында өлкәндәргә хәбәр итә. Ҡотҡарыусылар малайҙы ҡар аҫтынан ҡаҙып ала, әммә һуң була. Балалар майҙансығы янында тупланған ҡар өйөмө шәхси йорттарҙың береһенән трактор ярҙамында этелгәне билдәле. 

Яндекс.Метрика