Бөгөн Рәсәй дипломаттары һөнәри байрамын билдәләй

Тап 1549-сы йылдың 10-сы февралендә Иван Грозный Илсе бойороғона ҡул ҡуя. Уға ярашлы, тышҡы сәйәсәт менән шөғөлләнеүсе орган ойошторола. Әле Рәсәй сит ил эштәре министрлығының вәкиллектәре илдең 38 төбәгендә эшләй. Һуңғыһы 2014-се йылда Симферополдә асылды. Дипломаттарға бик ауыр шарттарҙа эшләргә тура килә.  Был йәһәттән беҙ  Башҡортостан вәкилдәре менән дә ғорурлана алабыҙ.  Уларҙың араһында Кәрим Хәкимовты атарға мөмкин.  Ул Рәсәй дипломатияһы тарихында сағыу эҙ ҡалдырған шәхестәрҙең береһе.  Уның образы Нәжиб Асанбаевтың Ҡыҙыл Паша спектаклендә  асыҡ күрһәтелгән. 



Последние новости

Яндекс.Метрика