Өфөлә айырым урамдарҙы һыу баҫыу эҙемтәләрен бөтөрөү дауам итә

Әле байтаҡ эштәр башҡарылған. Зыян күреүселәр ғәйеплеләрҙе мотлаҡ табыуҙы һәм тейешле яза биреүҙе талап итә. Коммуналь авария һөҙөмтәһендә Вәсим Исламовтың машинаһы зыян күрә. Автомобилде һыуҙан сығарыу һәм автосервисҡа алып барыу өсөн байтаҡ аҡса сарыф итергә тура килде, ти ир. Ошо урамдағы йорттарҙың береһендә йәшәүсе Фәнил Солтанов та авария һөҙөмтәһендә зыян күргән. Махсус хеҙмәттәр ваҡытында тейешле сара күрһә бындай хәл булмаҫ ине, ти халыҡ. Өфөнөң Ғөбәйҙуллин урамындағы тротуар, машина юлы, яҡын-тирәләге кибеттәр, йорттар, шәхси офистар барыһы ла һыу аҫтында ҡала. Ҡала буйлап аҡҡан „йылға„ ҙур автосалондарҙың береһенә үтеп итә.  Шәмбе көндө булған авария Ғөбәйҙуллин урамын һырғалаҡҡа әйләндерә. Боҙ өҫтөнә һипкән ҡом да ярҙам итмәй. Һыу торбаһының халыҡҡа, яҡын-тирәләге ойошмаларға нисә мең һумлыҡ сығым килтергәнен әлегә аныҡ ҡына әйтеп булмай.

Яндекс.Метрика