Алты йәшлек сабыйҙың аҡсаһына ҡалған сауҙа үҙәге

Яңыраҡ Стәрлетамаҡтағы сауҙа үҙәктәренең береһендә, алты йәшлек баланың өҫтөнә быяла ишек төшөп, сабыйҙың йәрәхәтләнеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Комплекс етәкселеге ғәфү үтенер урынға, хәҙер зыян күргән ғаиләнән аҡса талап итә. 6 йәшлек Саша был ваҡиғанан һуң, ҙур магазиндарға инергә  лә ҡурҡа. Сабыйҙың йәрәхәттәре яңы ғына бөтәшеп бара.Баланың әсәһе Анастасия Чахеева өсөн дә Яңы йыл байрам булмай. Тап Сашаға аяҡ кейеме алырға барған көндә, сабыйҙың өҫтөнә быяла ишек килеп төшә лә инде. Был ваҡиға полиция хеҙмәткәрҙәренең айырым тикшереүенә алынһа ла, һөҙөмтәләр ҡыуандырырлыҡ түгел. Хәҙер инде  сауҙа үҙәге етәкселәре килеп тыуған хәлдә малайҙың әсәһен баланы ҡарамап еткермәүҙә ғәйепләй. Тап ошо урында 6 йәшлек балаға быяла ишек ярылып өҫтөнә ҡойолоп төшә. Әлегә уның урынына яңы ишек ҡуйылған. Хәҙер иһә сауҙа үҙәге етәкселеге малайҙың ата-әсәһенән ишектең хаҡын ҡайтарыуҙарын һорай.Эшҡыуарҙар ватыҡ ишекте 9 мең 500 һумға баһалап, тап ошо сумманы малайҙың ата-әсәһе түләргә тейеш, тип белдерә. Быға төп дәлил, тип улар видеояҙманы ла килтерә. Унан күренеүенсә, бала ишектәрҙең берәүһен яба башлай һәм шул ваҡытта быяла ҡоролма ватылып төшә. Баланың бәхетенә ишек ваҡ өлөштөргә ярыла.  Директор әйтеүенсә, ишектең ярылыуының төп сәбәбе – малай ишекте үҙенә ҡарай шаҡарған. Сауҙа йорто хужалары ундай хәл килеп сыҡҡаны өсөн үкенестәрен белдерә. Тик яҡтар һаман да уртаҡ фекергә килә алмай. Анастасия Чахеева был хәлдә баланың ғәйебен күрмәй. Әсәй кеше әйтеүенсә, бәлә сәбәбе — ишектең насар сифаты, йә иһә  уның дөрөҫ ҡоролмауы. Хәҙер иһә, ҡазаға тарыған ғаилә ғәйепһеҙлеген судта иҫбатларға ниәтләй.  



Последние новости

Яндекс.Метрика