Өфө ҡалаһында йәшәүсе Гиннес рекордтар китабына тәҡдим ителгән

Уның йортонда 850 берәмек янғын һүндереү машиналарынан торған иң ҙур коллекция һаҡлана. Сирек быуат ғүмерен ҡотҡарыусы хеҙмәтенә бағышлаған полковниктың балаларса мауығыуы менән хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов танышты.Ҡотҡарыусы һәр нәмәгә әҙер булырға тейеш. Наил Ильясовтың һөнәри девизы уның ҡул аҫтында эшләүселәргә яҡшы таныш. Шуға күрә көтөлмәгәндә килгән тикшереүгә алмаш һәр ваҡыт та әҙер. Аҙнаһына полковник бер-нисә тапҡыр янғын хеҙмәтенең һәм техниканың торошон тикшереп тора. Үҙенә рукав күтәреп йөгөрөргә тура килмәһә лә техника менән полковник яҡшы таныш. Ә быныһы ЗИЛ 131 автомашинаһы нигеҙендә эшләнгән янғын һүндереү автомобиленең  береһе. Рәсәй, Франция, Германия, Америка… был кәштәләрҙә төрлө илдәрҙең ҡотҡарыу хеҙмәте тарихы. Үҙенсәлекле хобби 20 йылдан ашыу элек тыуған көнгә бүләк ителгән москвич автомобиленән башлана. Тормош иптәшенең бүләге полковниктың киләсәген билдәләй.Һәр модель кәштәлә урын алғанға тиклем мотлаҡ теркәү үтә. Коллекционер өсөн был йола айырыуса тулҡынландырғыс. Тәүҙә яңы машинаны Наил Ильясов ҡаптан сығарып фотоға төшөрә. Унан электрон каталогҡа индереп ҡуя. Был коллекция күптән инде Рәсәйҙә иң ҙуры һанала.  Рәсәй рекорды коллекционер полковник өсөн беренсе баҫҡыс ҡына. Ул янғын һүндереү машиналары һанын 1 меңгә еткергәс Гиннес рекордтар китабына эләгергә теләй. 



Последние новости

Яндекс.Метрика