Дим биҫтәһендә пенсионер “фанфурик”тар менән һатыу иткән

Полиция хеҙмәткәрҙәре ошо көндәрҙә махсус рейдтар барышында 30 литр алкоголь тартып алған. Ҡара исемлектә Өфө, Сибай ҡалалары, Баҡалы, Благовещен, Дүртөйлө райондары бар. Мәҫәлән, Дим биҫтәһендә пенсионер ир гаражында “фанфурик”тар менән һатыу иткән. Сибайҙа 29 йәшлек ҡатын фатирынан спирт һатҡан. Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, фашланғандарҙың барыһы ла штраф түләйәсәк.

Яндекс.Метрика