Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Германияның элекке сит ил эштәре министры Франк-Вальтер Штайнмайер ил президенты итеп һайланды. Уға 1 мең 260 депутаттың 931 ыңғай тауыш биргән. 61 йәшлек Штайнмайер әле Германияла иң билдәле сәйәсмәндәрҙең береһе. Илдең яүы башлығы киләһе айҙа ант бирәсәк.

Бөйөк Британия парламентының общиналар палатаһы “брексит” буйынса һөйләшеүҙәр башлау тураһындағы закон проектын хупланы. Был ҡанун ил премьер-министры Тереза Мейға Лиссабон килешеүенең 50-се статьяһын ҡулланыу хоҡуғын бирә, йәғни, Бөйөк Британия Европа берлегенән сығыу процессын башлай.

Париж янындағы ҡалаларҙа полицияның башбаштаҡлығына ҡаршы ризаһыҙлыҡ акциялары тәртипһеҙлектәр менән тамамланды. Хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың документ тикшерергә тип туҡтатҡан йәш ирҙе туҡмауы һәм көсләүе Францияла нәфрәт тыуҙырҙы. 
Лондонда фән музейындағы күргәҙмә робототехникаға ҡағылышлы стереотиптарҙы юҡҡа сығара. Баҡтиһәң, роботтар мең йыл элек тә булған икән. Күргәҙмәне ойоштороусылар әйтеүенсә, быға ышанмаусылар фән музейына килеп үҙ күҙҙәре менән боронғо роботтарҙы күрә ала. 

 

Яндекс.Метрика