Башҡорт сәхнәһендә “Нәркәс” трагедияһы

Мәжит  Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында премьера. Республиканың төп ижади коллективы Илшат Йомағоловтың “Нәркәс” трагедияһын сәхнәләштерә. Милли трагедия һәм милли рух.  Артист  Илшат  Йомағолов авторлығындағы был спектаклгә уҙған быуатта уҡ ошондай баһа бирәләр. Бер яҙмыш аша тотош халыҡтың булмышын һүрәтләгән драманы хәҙер дүртенсе быуын актерҙар башҡара. Төп ролде башҡарыусы актриса Гөлнара Ҡаҙаҡбаева өсөн был сәхнә образы үҙенсәлекле һынауға әйләнгән. Сөнки төрлө йылдарҙа Нәркәс ролен Гөлли Мөбәрәкова, Рәмзиә Хисамова башҡарған. Милли театр өсөн “Нәркәс” “Ромео һәм Джульетта” спектакленә тиң. Шуға ла режиссер артистар алдында  етди бурыс ҡуя. Мөхәббәт ҡиссаһындағы тағы ла бер төп роль – Тимерханды актерҙар Артур Кәбиров һәм Руслан Хайсаров алмашлап уйнай. Нәркәс трагедияһы башҡорт сәхнәһенә хәҙер дүртенсегә сыға. 1967-се йылда ҡуйылған спектакль ул ваҡытта мәҙәни революцияға тиң булған. Режиссер Лек Вәлиевтың эшенә тамашасылар үҙ баһаһын шунда уҡ бирә. Академтеатр премьеранан һуң барлыҡ спектаклдәрҙе репертуарҙан алып, ун бер көн дауамында тик ошо спектаклде генә ҡуйырға мәжбүр була. Бының сәбәбе  бер һәм ябай — тамашасылар талабы.Был декорациялар һәм был кейемдәр – уларҙың барыһы ла 2001-се йылғы макеттар буйынса эшләнгән. Нәркәс трагедияһының премьераһын тамашасылар 17, 18  февралдә күрә ала. 



Яндекс.Метрика