Һалҡындарҙан шәл ҡотҡара

Башҡорт дебет шәле — биҙәү- ғәмәли сәнғәтенең бер тармағы. Был кәсеп бигерәк тә Башҡортостан Республикаһының көньяҡ — көнсығыш яғында киң таралған. Был райондарҙың тәбиғи шарттары йоҡа һәм шул уҡ ваҡытта ныҡ, иләү өсөн юғары сифатлы, һығылмалы сүсле дебет кәзәһе тоҡомо үрсеүгә булышлыҡ итә. Элек — электән башҡорттар күпләп мал тотҡан. Кәзә — һарыҡты һөт йәки ит өсөн генә түгел, ә йөнөнән, тиреһенән өҫкө кейем тегеү өсөн дә аҫырағандар. Шул ваҡыттан алып шәл бәйләү кәсебе лә барлыҡҡа килгән. Шәл бәйләп һатыу отошломо? Алһыу Әбсәләмова был кәсепкә бер-нисә йыл элек тотона. Хәҙер иһә хужабикәнең кибетендә  күңел йылыһы, күҙ нурҙары ҡушылып бәйләнгән нағыш-семәрҙең  ниндәйе генә юҡ.  Ситтәре   кәкерсәк, һалма, шыршы, бесәй тәпейе, йылан биҙәктәре менән һырланғандары ла бар.Зауыҡлы шәлдәр, биҙәкле бейәләй-ойоҡтар алырға теләүселәр һаны йылдан-йыл артҡас, Алһыу төрлө райондарҙан был ҡул эшенә маһир ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла йәлеп итә. Шәл бәйләү ғаилә килемен тулылындырып ҡына ҡалмай,  халыҡ йолаларын тергеҙергә лә булышлыҡ итә. Беҙҙең кәзәләр йомшаҡ йөнө менән дан тота. Сауҙәгәрҙәр шәлде тотоп ҡарау менән ниндәй дебеттән бәйләнгәнен  билдәләй. Улар йомшаҡлығы менән айырылһын, ҡабарып торһон өсөн мотлаҡ рәүештә ҡулдан бәйләнергә тейеш, ти хужабикәлар. Әйткәндәй, дебет шәл 1857 йылда уҡ донъя баҙарына сыға – тәү тапҡыр Парижда халыҡ-ара йәрминкәлә тәҡдим ителә. Аҙаҡ шәл донъя буйлап сәйәхәткә сыға: Лондон, Берлин, Стокгольм, Вена, Шанхай, Брюссель ҡалаларында була. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың тилбер ҡулдары донъяға тыуҙырған йылы, йомшаҡ һәм төрлө биҙәктәр менән семәрләнгән шәлдәр юғары сәнғәт өлгөһөнә тиң.



Последние новости