100 килограмлыҡ ир һәм 55 йәшлек ҡатын. Кем еңер?

100 килограмлыҡ ир  һәм 55 йәшлек ҡатын. Кем еңер?

Өфө-Аренала оло кешене туҡмағандар. 55 йәшлек өләсәй ейәнен хоккей спорт мәктәбенә күнекмәләргә алып килә. Әммә “Салауат Юлаев” клубы тәрбиәләнеүселәре һәм Әлмәттең “Нефтсе”һе менән иптәштәрсә уйын барышында өлкәндәр араһында низағ тыуа. Һөҙөмтәлә, ҡатын йәрәхәттәр алып  дауаханаға оҙатыла. Елена Вәлиева белдереүенсә, бер һуғыуҙан ул иҫен юғалта. 21-се дауахана белгестәре тикшергәс, ҡатындың башы йәрәхәтләнеүе һәм мейеһе һелкенеүе асыҡлана. Ханым әйтеүенсә, уға спорт мәктәбенә йөрөгән баланың атаһы һуға. Ир, киреһенсә, оло йәштәге ҡатынды ғәйепләй. Уның әйтеүенсә, пенсионер үҙе низағ ойоштора һәм йоҙроҡтар менән ташлана. Ваҡиға урынына ашығыс ярҙам машинаһы менән бергә полиция хеҙмәткәрҙәре лә килә. Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдары спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре ата-әсәләре араһында булған низағты тикшерә. Яҡтар бер-береһенә ҡарата ғариза яҙған. 



Яндекс.Метрика