Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Төнъяҡ Корея урта алыҫлыҡтағы баллистик ракета осорҙо. Рәсми Пхеньян һынау ваҡытында был ракетаны атом бомбаһы менән йыһазландырыу  мөмкинлеген дә тикшергән. Күп кенә илдәр Пхеньяндың атом программаһына ризаһыҙлыҡ белдерҙе.

Италияла сираттағы ер тетрәү. Һәләк булыусылар юҡ әммә халыҡ һәр ваҡыт ҡурҡып йәшәүҙән тамам арыныҡ, беҙ бесәйҙәр кеүек барыһын да алдан тойомдарға өйрәндек тигән. Августағы ер тетрәүҙән һуң Италияла ғәҙәттән тыш хәл индерелгән.

Австрия полицияһы Адольф Гитлер образында урамға сыҡҡан ирҙе ҡулға алған. Был дәүләттә нацистарҙы, уларҙың символикаһын данлау махсус закон менән тыйыла.

Калифорнияла быуа йырылып бик ҙур майҙанды һыу баҫыуы ихтимал. Шуға ла Америка президенты Дональд Трамп халыҡты имен урындарға күсерергә ҡушҡан һәм Калифорния биләмәһендә ғәҙәттән тыш хәл режимын индергән. Калифорниялағы был быуаның бейеклеге 200 метрҙан ашыу.

Рәсәйҙең Төркиәләге илсеһе Андрей Карловты атып үлтергәндә төшөрөлгән фотоны йылдың иң яҡшы фотоһы тип таныу әхләҡ нормаларына тап килмәй һәм йәмғиәттә кешелек ҡиммәттәре юғала барыуға ишара. Был хаҡта Рәсәйҙең Төркиәләге илселегенән белдерҙеләр.  



Яндекс.Метрика