Изгелек өләшеүсе ҡатын

Ул тормош ауырлыҡтарына зарланмай, изгелек өләшеүен дауам итә. Дүртөйле районында йәшәгән Любовь Сәйетова махсус видео блог асып һаңғырау кешеләрҙе ил һәм донъяның һуңғы хәбәрҙәре менән таныштыра. Һаумыһығыҙ, хөрмәтле дуҫтар! Любовь Сәйетова үҙенең тамашасыларын ошо һүҙҙәр менән сәләмләп уларға ил, донья яңылыҡтарын еткерә. Һаңғырау кешеләрҙе һуңғы хәбәрҙәр менән таныштырыу идеяһы 2008 йылда тыуа. Бөгөн уның тамашасылары 7 меңгә барып етә. Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан меңәрләгән ғәрип өсөн, ишетеү мөмкинлегенән мәхрүм тамашасылар өсөн Любовь Сәйетованың блогы яңылыҡтарҙы белеүҙең берҙән-бар сараһы. Ул үҙенең тамашасылары өсөн ил һәм донъя яңылыҡтары менән таныштырыуҙан тыш, төрлө нәфис фильмдарға тәржемә эшләй, ҡотлауҙар төшөрә. Өйҙәге студия ҡорамалдарын Любовь Сәйетова үҙ көсө менән йыя. Тиҫтәләрсә мең насар ишеткән кеше өсөн уратҡан донъя тауышын ишеттереү эше бәләкәй генә бүлмәлә башлана. Ошондай ябай ғына яҡтыртыу ҡоромалдары, штатив менән видеокамера һәм артҡы планда йәшел экран. Былар барыһы ла эштең профессиональ кимәлен күрһәтә.Видео монтажлау эшен дә Любовь Васильева интернет ярҙамында үҙе өйрәнә. Бөтәһе лә 10 йыл элек һатып алынған компьютерҙан башлана. Тыумыштан тома һаңрау ханым тормош һынауҙарынан һынып ҡалмай. 7 бала өсөн ул хәстәрлекле әсәй. Үҙенең ҡыҙын буй еткергәс балалар йортонан тағы ла 6 сабыйҙы тәрбиәгә ала. Любовь Сәйетова интернет тормошонан тыш йорт-тирәһендә лә өлгөрә, бәләкәй генә хужалыҡ тота. Йорт, ишек алды Любовь Васильевнаның тырышлығы менән ысын мәғәнәһендә күҙҙең яуын алырлыҡ итеп биҙәлгән. Тырышҡан тапҡын – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан. Был әйтем Любовь Сәитованың асылына тап килә. 



Яндекс.Метрика