“Урал батыр” эпосына һәйкәл нисек булырға тейеш?

“Урал батыр” эпосына һәйкәл нисек булырға тейеш?

Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының медиа үҙәгендә баш ҡалала Урал батырға һәйкәл асыу темаһына матбуғат конференцияһы үтте. Конференцияла Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тарафынан ойошторолған махсус төркөм,  фән эшмәкәрҙәре, скульпторҙар ҡатнашты. Фекер алышыуға әлеге ваҡытта Учалы ҡалаһында эпос геройының һынын мәңгеләштереү буйынса проект авторҙары ла саҡырылды. Унда әлеге ваҡытҡа Урал батыр эпосы эпизодтары менән иллюстрацияларҙы ҡала урамдарында банерҙарҙа сағылдырыу тәжрибәһе уңышлы атҡарылған.  Һәр милләт тә үҙенең тарихи ҡобайыры барлығы менән ғорурлана алмай. “Урал батыр”, иһә, иң боронғо эпик әҫәр булараҡ та билдәле. Шуға күрә лә баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары уны һәйкәл рәүешендә генә түгел, ә скульптура ансамбле булараҡ күрергә тейеш,  тигән фекергә килде конференцияла ҡатнашыусылар.



Яндекс.Метрика