Өфө табиптары тиренең бешкән урындарын яңы ысул ярҙамында дауалай

Өфө табиптары тиренең бешкән урындарын яңы ысул ярҙамында дауалай.

Йәрәхәт алғандарҙы дауалауҙа Өфө табиптарына юғары технологияларҙы ҡуллана. Бер ай элек Эльза Ямурова ҡаты йәрәхәтләнә. Оҙаҡ ваҡыт яра уңалмағас, ҡатын дауаханаға мөрәжәғәт итә. Хәҙер инде уны операцияға әҙерләйҙәр. Кире баҫым аппаратын ауырыуҙар 3-4 көн тирәһе үҙҙәре менән йөрөтә. Был, тәү сиратта, яраны  ультратауышлы ҡоролма ярҙамында таҙартыу өсөн кәрәк, ти белгестәр. Эренләп торған урынды ошондай юл менән эшкәрткәндә, ул бер-нисә көн эсендә тирене күсереп ултыртыу өсөн тулыһынса әҙер була, ти табиптар. Табиптар заманса ҡорамалдарҙы ҡулланғанда ауыртыуҙы баҫыу өсөн бер-ниндәй дарыу ҡулланмаҫҡк кәңәш итә. Табиптар билдәләүенсә, ошондай юл менән дауалаған пациенттарҙың яралары тиҙерәк төҙәлә. Улар башҡаларға ҡарағанда операцияны ла еңелерәк кисерә, дауаланыу ҙа бер-ниндәй ауыртыуһыҙ үтә.Статистика мәғлүмәттәре буйынса, бер йыл эсендә генә үҙәккә дүрт меңгә яҡын кеше мөрәжәғәт итә. Уларҙың яртыһы — балалар, үҫмерҙәр. Ҡайнар һыуға, боҫҡа, утта бешеп йәрәхәтләнеүселәр байтаҡ. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа дауаханала ятыусыларҙың һаны кәмене, ти табиптар.

Яндекс.Метрика