3Д-класс

Республика белем усаҡтары әүҙем инновацион һәм эксперименталь эшмәкәрлек алып бара, яңы төрҙәге мәктәп булараҡ үҫешә. Өфөнөң 3-сө гимназияһында  3Д класс эшләп килә. Был стерео-күҙлек ҙур көскә эйә. Уны кейеү менән өс үлсәмле донъя асыла.  /Картинка/ 3Д мультимедиа проекторы ярҙамында уҡыусылар күҙ алдына килтереү өсөн ҡатмарлы булған материаллдарҙы еңелерәк үҙләштерә. “Традицион уҡытыу” менән йәнәшә мәктәпкә яңы инновацион технологиялар үтеп инеүе уҡыу-уҡытыу процессын тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ итә, белем сифатын үҫтерә. Өфөнөң 3 гимназияһында заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған 3Д класс бар. Уның нигеҙендә химия, биология, физика предметтары өйрәнелә.Хәҙер уҡыусылар кинотеатрға килгән кеүек, 3 Д класында үткән дәрестәрҙе көтөп ала. Заман технологияларын ҡуллана башлағандан бирле балаларҙың уҡыу сифаты, белем кимәле лә үҫеүе күҙәтелә, ти уҡытыусылар.Мәғлүмәти-таныштырыусы комплекс 30 уҡыусыға тәғәйенләнгән. Инновацион дәрестәрҙә интерактив таҡта ла ҡулланыла. Уның ярҙамында уҡыусылар теманы өйрәнеүҙә үҙҙәре шәхсән ҡатнаша ала.  Ә күрше бүлмәлә робототехника  һәм моделләштереү дәрестәре үтә. Гимназия уҡыусылары ваҡ ҡына пластмасса киҫәктәренән төрлө үҙенсәлекле роботтар йыйыу менән мәшғүл.Был шөғөл физика һәм информатика дәрестәрен ҡыҙыҡлы итә. Балаларҙың ошо фәндәрҙән белеме камиллаша, конструктор йыйыуҙан уларҙың ҡулдарының моторикаһы үҫешә, логик фекерләү ҡеүәһе арта.Мәктәп йәшендә үк робототехниканы үҙләштереү инженер кеүек техник һөнәрҙәрҙең абруйын арттыра. Ә инде технологиялар тураһында ишетеп кенә түгел, тотоп ҡарап өйрәнеү — заманға яраҡлашҡан интеллектуаль белемле ижади шәхестәр тәрбиәләүгә ярҙам итә.  

Яндекс.Метрика