Өфө автотоннелен төҙөүсе табылды

  • Өфө автотоннелен төҙөүсе табылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфө автотоннелен төҙөүсе табылды.

Яҡын арала “Башҡорт концессион компанияһы” менән килешеү төҙөләсәк тип хәбәр итәләр Республиканың транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитетынан. Баш ҡаланың көнсығыш үткәүеле М5 һәм М7 трассаларын тоташтыра. Уның бер өлөшө, 1,2 саҡрымы Өфөлә үткән быуатта төҙөлә башлаған тоннель аша үтәсәк. Барлығы 14 саҡрымға һуҙылған юлдың 2 ярым киллометрын Ҡариҙел аша күпер тәшкил итә. Проекттың хаҡы 72 миллиард һум тәшкил итә. Шуның 32 миллиардын инвестор үҙ өҫтөнә ала. Юл түләүле буласаҡ.



Яндекс.Метрика