Өфө янында ҙур авария

Өфө янында пропан ташыусы ике машина яныуға бәйле ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләре тулыһынса бөтөрөлдө. Тығындар юҡ. Кисә пропан ташыған ЗИЛ һәм Вольво  йөк машиналары янып китеү сәбәпле юлда ҙур тығындар барлыҡҡа килгәйне. Янғын һүндереүселәргә утты һүндереү өсөн ике сәғәт самаһы ваҡыт кәрәк булды. Янғында “МАН” машинаһы ла зыян күргән. Водителдәр ғәҙәттән тыш хәл урынынан ҡасып ҡотолған. Әле күрелгән зыян күләме иҫәпләнә.



Яндекс.Метрика