Табиптарға һөжүм итеүселәрҙе ҡаты яза көтә

  • Табиптарға һөжүм итеүселәрҙе ҡаты яза көтә | ГТРК «Башкортостан»

Табиптарға һөжүм итеүселәр ғүмерлеккә иректән мәхрүм ителеүе ихтимал.  Һәр хәлдә Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы ошо турала закон проекты әһерләп хоҡуҡи порталда баҫтырып сығарҙы.Ҡанун проектына ярашлы, табипҡа һөжүм  итеүсе 12 йылдан 20 йылға тиклем йәки ғүмерлеккә төрмәгә ябылыуы ихтимал. Медицина хеҙмәткәренә ҡарата көс ҡулланыусыға 10 йылға иректән мәхрүм ителеү янай. Закон проекты авторҙары фекеренсә, илдә табиптарҙы өҫтәмә яҡлау талап ителә, сөнки һуңғы арала уларҙың ғүмеренә янау осраҡтары ҡырҡа артҡан. Документ әлегә Дәүләт Думаһына тапшырылмаған, йәмәғәт тикшереүен үтә. Закон 2018 йылда көсөнә инер, тип көтөлә.



Яндекс.Метрика