Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Рәсәйҙең оборона министрлығы Сүриәнең Ракка ҡалаһы янында “Ислам дәүләте” террорсыларының команда пунктын юҡ итте. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, унда террорсыларҙың ҙур отряды урынлашҡан булған.

Ғыйраҡтың Хөкүмөт ғәскәрҙәре “Ислам дәүләте” террорсыларынан көнбайыш Мосул янындағы бер-нисә ауылды азат иткән. Быға тиклем ике йылдан ашыу террорсылар ҡулында булған ҡаланы дошмандан таҙартыуҙа шығый мосолмандар, курдтар ҙа ҡатнаша.

Төнъяҡ Корея етәксеһе Ким Чен Ындың ағаһының үлеме әлегәсә билдәһеҙ булып ҡала. Дүрт кеше ҡулға алынған. Улар Вьетнам, Индонезия, Малайзия һәм   Төнъяҡ Корея ватандаштары. Малайзия полицияһына мәрхүмдең кәүҙәһен биреүҙе һорап бер кем дә мөрәжәғәт итмәгән.

Лос-Анджелеста көслө ямғыр юл аҫтындағы тупраҡты йыуған. Һөҙөмтәлә ике автомобиль ер аҫтына киткән. Ҡотҡарыусылар бер водителде сығарып өлгөргән. Икенсе машина хужаһы автомобиль ер аҫтына киткәнсе сығып өлгөргән.

Чилиҙа томат һуғышы. Унда меңләгән кеше ҡатнашҡан. Был сара милли йолаға әйләнә бара. Тәүҙә майҙанға йөҙ тонна помидор түгәләр. Шунан кешеләр бер-береһенә помидор менән бәрешә башлай. Аяғынан башына тиклем томат һуты менән ҡапланған кешеләрҙе ваҡыты-ваҡыты менән янғын һүндереүселәр һыу менән ҡойондороп торған. 

Яндекс.Метрика