Ҡәләм осондағы сәнғәт

Ҡәләм осондағы сәнғәт.

Иглин районында йәшәүсе Салауат Фидаи ябай ғына ҡәләмдең графитын һырлап микроскульптуралар эшләй. Коллекцияһында төрлө көнкүреш әйберҙәре, йәнһүрәт геройҙары, йәнлектәр, архитектура күсермәләре, хатта Америка президенты Трамптың бюсты ла бар. Өҫтәлдә ҡәләм һәм бысаҡ һәм микроскоптан башҡа бер нимә лә юҡ. Ошо ябай инструменттар менән Салауат Фидаи миниатюралы һынлы сәнғәт әҫәрҙәре тыуҙыра. Һулаҡай ҡулы менән. Эшкә бер кем дә ҡамасауламаһын өсөн Салауат күп осраҡта төндәрен ижад итә. Сөнки бәләкәй генә миллиметрға тиклем дөрөҫлөк талап иткән деталдәрҙе яһағанда йортта йөрөгән аяҡ тауыштарын, урамдан үтеп барған автомобилде лә һиҙәм, ти ул. Скульптор бысаҡ осо менән графитҡа ҡағылғанда хатта тын алмай тора. Салауат һөнәре буйынса юрист. Өс йыл элек кенә ул эшен ташлап, күңеленә яҡын булған шөғөлгә тотона һәм ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә билдәлелек яулай. Уның ижад емештәре бөтә донъя буйлап тарала. Америка, Австралия, Көнсығыш илдәрендә Салауат Фидаи исеме киң танылыу яулаған. Мәҫәлән, уның Дубайҙа булған күргәҙмәһенә миллиондан ашыу кеше килгән. Әммә был шөғөлдөң маҡсаты килем алыу түгел, ә күңел ҡәнәғәтлеге өсөн, ти рәссам. Скульпторҙың эштәре менән интернет киңлегендә танышырға мөмкин. Социаль селтәрҙәрҙә уның ижады менән ҡыҙыҡһынған ярты миллиондан ашыу яҙылыусыһы бар. Ул микроскульптураларҙың үҙҙәрен генә түгел, ә эш процессын да видеоға төшөрөп интернетҡа һала. Скульпторҙың үҙенсәлекле эштәрен үҙ итеүсе коллекционерҙар ярҙамында ижад өлгөләре фоторәсеме төшөрөлгән китап та баҫтырылған. Әле Салауат Фидаи  май айында Сингапурҙа үтәсәк күргәҙмәгә әҙерләнә. Унда рәссамдың 30 эше тәҡдим ителә. Әйткәндәй, эшләргә тынысыраҡ булһын өсөн ул ғаиләһе менән Өфөнән районға йәшәргә күсә.Йорттоң башҡа бүлмәләре лә төрлө картиналар менән биҙәлгән. Тик был эштәр уныҡы түгел, ә атаһыныҡы. Баҡтиһәң, улар тотош ғаиләһе менән сәнғәткә ғашиҡ кешеләр. Салауаттың улы ла һүрәт төшөрөүгә әүәҫ. Был уның эштәре. Тимәк, рәссамдар династияһы дауам итәсәк.

Яндекс.Метрика