Рима Ғәлиуллина 65 йәшлек юбилейын билдәләне

Рима Ғәлиуллина 65 йәшлек юбилейын билдәләне.

Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры коллективында ғүмер тантанаһы. Ошо көндәрҙә коллективтың ихтирамлы актрисаларының береһе – Рима Хәмиҙулла ҡыҙы Ғәлиуллина үҙенең 65 йәшлек юбилейын билдәләне. Актриса ижад юлын Салауат драма театрында башлай. Стәрлетамаҡта “Шатлыҡ” үҙешмәкәр халыҡ театрын етәкләй. 1993 йылдан алып ул  Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры актрисаһы. Берсә шаян, берсә етди, бер ҡараһаң йәлләнес, икенсе яҡтан – ғорурланырлыҡ – тамашасы Рима Ғәлиуллинаны  шундай образдар аша танып-белә һәм ҡабатланмаҫ героинялары өсөн ярата. “Театр – ул минең булмышым, яҙмышым, барлығым һәм байлығым”, — тип йәшәй актриса. “Ут күршеләр” комедияһындағы Әсмәбикәне, “Ҡатыным – алтыным”дағы Өмәмәне, “Шәүрәкәй” драмаһындағы Аҫылбикәне, “Ҡыҙ урлау”ҙағы  Иркәбикәне, “Ямғыр көткәндә” драмаһындағы Сараны кемдәр генә хәтерләмәй икән?! Бөгөн репертуарҙы биҙәгән “Ай булмаһа, йондоҙ бар…” драмаһындағы Ания, ун йыл дауамында сәхнәнән төшмәй уйналған  “Ғәлиәбаныу” музыкаль драмаһындағы Бәҙиға абыстай ролдәре – Рима  Хәмиҙулла ҡыҙының  отошло образдары. Сәхнәлә оҫта, ә тормошта ябай, көләс, ярҙамсыл һәм шундай киң күңелле актрисаны тамашасылары, дуҫтары, яҡындары менән бер рәттән сәхнәләш дуҫтары ярата һәм ихтирам итә.  



Яндекс.Метрика