Һаҡ булығыҙ, юлдар тайғаҡ

Һаҡ булығыҙ, юлдар тайғаҡ. 

Өфө янындағы ҡот осҡос аварияла йәрәхәтләнеүселәр ҙә, һәләк булыусылар ҙа юҡ. Был турала бөгөн республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр иттеләр. Өфө-Шишмә юлында өс автомобиль бәрелеште. Бер һыҙаттан икенсеһенә сыҡҡанда “Хендай” автомобиле водителе идараны юғалта һәм тайғаҡ юлда икенсе машинаға барып төкәлә. Һуңынан ике автомобильдә юл ситендә торған ауыр йөк машинаһына бәрелә.  

Яндекс.Метрика