Халыҡтың финанс белемен камиллаштырыу

Халыҡтың финанс белемен камиллаштырыу

Бюджет өлкәһендәгеләргә хеҙмәт хаҡы, граждандарҙың төрлө 3атламдарына пособиелар һәм башҡа түләүҙәр буйынса бурыстар юҡ. Башҡортостандың финанс министрлығы 2016 йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһаны. Министрлыҡтың киңәйтелгән коллегияһында билдәләнеүенсә, башҡарма власть органдары һәм республика муниципалитеттары тарафынан төҙөлгән “юл карталары” бюджет сығымдарының файҙаһын арттырырға булышлыҡ иткән. Башҡортостандың финанс-бюджет сәйәсәтен федераль үҙәк тә ыңғай баһалай. Республика финанс министрлығының стратегик маҡсаттарының береһе – бюджет килемдәрен арттырып, сығымдарҙы оптималләштереү, халыҡтың финанс белемен камиллаштырыу.

Яндекс.Метрика