Өфөнәң Пархоменко урамындағы йорттарҙың береһендә йәшәгән фатир хужалары коммуналь хужалыҡты хаҡтарҙы нигеҙһеҙ күтәреүҙә ғәйепләй. Совет районы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ етәкселеге иһә барыһы ла закон нигеҙендә, тип белдерә. Торлаҡ файҙаланған өсөн түләү теҙмәһен аңлар өсөн профессор булырға кәрәкмәй. Наталья Еремеева квитанция буйынса нимә өсөн күпме түләгәнен яҡшы белә. Фатирҙы йылытыу хаҡтары февралдә ғинуарҙағы менән сағыштырғанда 45 процентҡа артҡан. Пархоменко урамындағы 95-се йортта йәшәгәндәр хаҡтарҙың артыуын үҙенсә аңлай. Иҫәпләү приборҙарын беҙҙән һорамай ҡуйҙылар, тиҙәр. Ярты йыл буйы уның хаҡын ҡайтарғандар. Февраль айындағы хаҡ артыуға ҡараштары киҫкен. Йыл да үткәрелгән һорауҙарға яуап алыу йомғаҡтары буйынса Рәсәй халҡының 18 проценты торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡ артыуға ошондай ҡарашта. 50 процентҡа яҡыны иһә уларҙың үҙгәреүенә иғтибар бирмәй һәм ҡиммәтләнеү сәбәптәрен эҙләмәй. Юҡҡа ғына, ти башҡаланың Совет районы хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь идаралығы етәксеһе урынбаҫары Фәһим Сәлимйәнов. 2013 йылдан алып закон буйынса дөйөм йорттағы иҫәпләү приборҙарын ҡуйыу өсөн фатир хужаларының рөхсәте кәрәкмәй. Ялыу яғыусыларҙың талаптары хаҡһыҙ. Тап приборҙар булмаған йортта хаҡтар билдәләнгән норматив буйынса иҫәпләнә лә инде. Нормативтың ғәмәлдә тотонолған энергия хаҡтарынан артыҡ булыуы һәр кемгә мәғлүм. Ҡайтанан иҫәпләүҙәр иһә йылытыу өсөн түләүҙәрҙең 12 айға тигеҙ бүленеүе менән бәйле. Уларҙы идарасы компания йыл да башҡарырға бурыслы. Ғәмәлдә сарыф ителгән энергия хаҡына ярашлы йә өҫтәмә түләүҙәр, йә хаҡты ҡайтарыуҙар ҡаралған. Быйыл Совет районы буйынса 209 йортта норматив артҡан, 494-ендә – кәмегән. Торлаҡ файҙаланған өсөн түләүҙәр буйынса аңлашылмаусанлыҡты асыҡлар өсөн һәр кемдең Рәсәй Йәмәғәт палатаһына мөрәжәғәт итеү хоҡуғы бар. Был ойошма фатир хужаларының тап ошо һорауҙарына яуап биреү маҡсатында 2012 йылда уҡ махсус ҡыҙыу линия асты.
- ҺУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР
- Хаҡтар ни сәбәпле арта?

Башҡорттар хәҙер Рәсәй күләмендә милли мәнфәғәттәрен яҡлауға дәғүә итә ала
- 1 из 776
- следующая ›
Рубрики хэберзер
Хәбәрҙәр

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Греция Халыҡ-ара валюта фондына 1 миллиард 540 миллион һум аҡса күсермәй дефолт иғлан итте. Валюта фондында был мәғлүмәтте раҫланылар. Шулай итеп, үҫешкән иҡтисады булған Греция дефолт иғлан иткән тәүге ил. Индонезия хәрби-транспорт самолеты һәләкәтендә 141 кеше һәләк булған. Был турала...

Республиканың көнъяҡ өлөшөндәге төбәктәрҙә ҡара сиңерткәләр ҡотора
Әбйәлил, Ейәнсура һәм Йылайырҙа саранчалар ауыл хужалығы майҙандарын, көтөүлөктәрҙе ҡыра. Бөжәктәр бөгөнгә утыҙ һигеҙ мең гектарҙы юҡҡа сығарған. Сәселгән баҫыуҙарҙы тикшереү, зыян күләмен асыҡлау махсус төркөмдәргә йөкмәтелгән. Баймаҡ районында ла сиңерткәгә ҡаршы эҙмә-эҙлекле эш алып барыла...

Волонтерҙар өсөн тренингтар башланды
Республика башлығы БРИКс журналы хәбәрсеһе менән әңгәмәләшкәндә халыҡ-ара форумдар ваҡытында волонтерҙарға ҙур өмөттәр бағланыуы тураһында ла белдергән. Бөгөн улар өсөн тренингтар башланды. Волонтерҙар штабында бөгөн сағыштырмаса тынлыҡ. Иртәгәнән иһә бында ысын мәғәнәһендә эҫе көндәр башлана....

Ҡариҙел районы хакимиәте етәкселеге ауылдарының социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыу, төҙөкләндереү эштәре буйынса семинар-кәңәшмә үткәрҙе
2012-се йылдан был крәҫтиән-фермер хужалығы менән өс бер туған Әйүповтар етәкселек итә. Юҡҡа сығып барған хужалыҡты улар аяҡҡа баҫтырған, хәҙер алдынғыларҙың береһе.Ҡариҙел районы хакимиәте етәкселеге йыл башынан бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү йәһәтенән урындағы ҡаҙнанан 1 миллион 200 мең...

Башҡортостан ауылдарында Шос һәм Брикс илдәренең халыҡ көйҙәре яңғырай.
Учалы районында ,,Ауышкүл йәшмәләре,, тип аталған үҙенсәлекле ансамбль биҙрә сиртеп сит ил йырҙарын башҡара. Көнкүрештә ҡулланылған биҙрәләрҙе Иҫке Байрамғол ауылы ағинәйҙәре музыка ҡоралына әйләндергән. Учалы районының Иҫке Байрамғол ауылындағы Ауышкүл йәшмәләре халыҡ ансамбле милли көйҙәрҙе генә...

Башҡортостандың бик күп ауылдарында тауыҡ, һарыҡтарҙың ҡанын эсеүсе чупакабра тотолған
Ул ике аяҡлы, оҙон моронло хайуан булып сыҡты. Быға тиклем тәбиғәттә билдәһеҙ был хайуанды бер кем дә күргәне юҡ ине. Бығ тиклем республиканың бер-нисә ауылында шәхси хужалыҡтарҙа ҡош-ҡорт, йорт хайуандары күпләп һәләк булғайны.

Рәсәй һәм Донъя хәбәрҙәре
Викиликс Францияның бер-нисә баҫмаһы менән берлектә Америка махсус хеҙмәттәренең Францияға ҡаршы ҡара эштәрен фаш итте. Милли именлек агентлығының биш хисабынан күренеүенсә, Ҡушма Штаттар 2004-се йылдан 2012-се йылға тиклем Франция етәкселәрен һәм иҡтисадсыларын күҙәткән. Японияла магнит...

Санкцияларҙың ыңғай яғы
Рәсәйҙең европа илдәренең аҙыҡ-түлек тауарҙарын сикләүе тураһындағы ҡарары, был берлеккә ингән дәүләттәргә йөҙ миллиард евро күләмендәге зыян килтерәсәк. Санкцияларға ҡаршы яуаптар Европала кәм тигәндә лә ике миллион кешене эшһеҙ ҡалдырасаҡ. Илгә ауыл хужалығы тауарҙарын индереүҙе тыйыу урындағы...

Республиканың юғары уҡыу йорттарында тулҡынландырғыс мәл: белгестәргә дипломдар тапшырыла
Шат йөҙҙәр, ныҡлы аҙымдар һәм киләсәккә ҡыйыу өмөттәр. Өфө дәүләт нефть-техник университетын ҡыҙыл дипломға тамамлаусы студенттарҙың күбеһен эш урындары көтә лә инде. Йыл һайын йәш белгестәрҙең 90-93% йүнәлтмә буйынса эшкә урынлаштырыла.Залда алма төшөрлөк тә урын юҡ. Уҡыу йортон...

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Европа төркөмө Грецияға ярҙам итеү программаһын ғәмәлдән сығарып Европаның үҙәк банкына был илдең банктарын финанслауҙы туҡтатырға тәҡдим итә. Тиҙҙән Греция 1 миллиард 500 миллион евролыҡ бурысын түләргә тейеш. Шулай итеп, хәҙер Афиндар кредиторҙар менән килешмәйенсә, дефолт иғлан...

Өфөлә 4 автомобиль ҡатнашлығында теркәлгән авария сәбәпсеһенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды
Хәҙер уға 7 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү янай.Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йома көнө иртәнге 9-сы ярты тирәһендә Баҡалы урамы буйлап төшөп килгән Ауди автомобиле юғары тиҙлектә боролошҡа инә алмайынса Әй урамы яғынан килгән Лифан машинаһына бәрелде. Ҡытай автмобиле менән идара иткән 31 йәшлек ҡатын...

Өфөлә күнекмәләр үтте
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ғәҙәттән тыш хәл. Бөгөн бында көслө шартлау яңғыраны һәм янғын сыҡҡан. Был Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы уҙғарған күнекмәләр сценарийы. Янғын һүндереүселәр, полиция, ашығыс ярҙам хеҙмәте, ҡотҡарыусылар менән берлектә эш итеү...

Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм Брикс илдәре самиттарына Өфө тулыһынса төҙөкләндерелде
Мәҫәлән, аэропорт юлында йәйәүлеләр һәм автомобилдәр өсөн бер нисә күпер файҙаланыуға тапшырылды. Шулай уҡ, яҡын тирәлә йәшәүселәрҙе борсомаҫ өсөн машиналар тауышын кәметеүсе стеналар эшләнде. Быға тиклем Чесноковка ауылында йәшәүселәр Өфөгә барыр өсөн күпмелер ваҡытта тығындарҙа ултыра ине....

Бөгөндән Учалы районында ҡара сиңерткәгә ҡаршы көрәш буйынса махсус әҙерлек режимы индерелә
Был ҡоротҡостарҙың таралыуына юл ҡуймау маҡсатында эшләнә. Әле район хужалыҡтары үҙ көстәре менән 40 гектарҙан ашыу майҙанда эшкәртәкән. Тәү сиратта сиңерткәләрҙең ҡарышлауыҡ һалған ерҙәре эшкәртелә. Унда баҫыуҙар ғына түгел, урман һырттары, көтөүлектәр ҙә инә.Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был аҙнала Әбйәлил...

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Рәсәй президенты Владимир Путин һәм Америка президенты Барак Обама телефон аша ике аралағы мөнәсәбәттәрҙе тикшергән. Рәсәй етәксеһенең матбуға секретары Дмитрий Песков хәбәр итеүенсә, шулай уҡ ике президент Сүриәләге хәлдәр, Иран атом ҡоралы буйынса ла фекер алышҡан. Сочи ҡалаһында көслө...

Бөгөн һәм иртәгә республикала эскән килеш руль артына ултырыусы водителдәрҙе асыҡлау буйынса операция үткәрелә
Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, көн һайын тиерлек юлдарҙа иҫерек водителдәр ғәйебе менән бер-нисә авария теркәлә. Инспекторҙар шундай водителдәрҙе күргән осраҡта Республика буйынса эске эштәр министрлығының дежур бүлегенә шылтыратыуҙы һорай.

Бөгөн Өфөнөң Баҡалы һәм Әй урамдары ялғанышында 4 машина ҡатнашлығында авария теркәлде
Әлеге ваҡытта ваҡиға урынында авария сәбәптәрен асыҡлау эштәре бара. Шаһиттар билдәләүенсә, Ауди автомобиле юғары тиҙлектә юлдың ҡаршы һыҙатына килеп сыҡҡан. Әй һәм Баҡалы урамдары киҫелешендәге был авария баш ҡаланың үҙәк өлөшөнән Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһенә барыусы юлдағы автомобиль хәрәкәтен...

Умартанан - солоҡҡа
Бал ҡорто өсөн ҡырағай шарттар үлемеслеме, әллә юғары үҫеш алған был йән эйәләре теләһә ниндәй ҡатмарлыҡтарҙы ла еңеп сығырға әрһеҙләшкәнме. Тәтешленән Өфөгә ике күс алып килеп ҡалыпҡа ултыртырға йөрьәт иткән мөкиббән умартасы бал ҡорттарының һәләтендә шикләнмәй. Ул күптән инде башҡалала...

Йылдан-йыл ураҙа тотоусылар арта
Рамаҙан айының бөгөн һигеҙенсе көнө. Йылдан-йыл ураҙа тотоусылар арта. Уларҙың араһында йәштәр ҙә бик күп. Башҡортостан мосолмандары диниә назаратынан хәбәр итеүҙәренсә, эҫе көндәрҙе күптәр һынау ҡабул итә. Башҡортостандың артҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Байегет таң менән концертҡа йыйынмай, ул...

Бөгөн төндә республика халҡы күктә ялағай уйнағанын күҙәтә алды
Стәрлетамаҡтан фотограф Станислав Ғиләжев тәбиғәттең был күренешен видеоға төшөрөп алған.

Интернет селтәрендә балыҡсының 16 килограммлыҡ суртан тотоуы тураһында видео билдәлелек ала
Бәләкәй генә йылғала була был хәл. Балыҡсыға суртанды кәмәгә сығарыу өсөн бик күп көс түгергә тура килә. Алыш сәғәттән ышу дауам итә. Һәм, ниһәйәт, суртанды күмәк көс менән тигәндәй һөйрәп алып кәмәгә һалалар. Уның ауырлығы 16 килограммдан ашыу булып сыға. Әгәр һеҙҙең дә ҡыҙыҡлы видеояҙмаларығыҙ...

Бөгөн Башҡортостан Парламенты депутаттары яҙғы сессиялағы һуңғы ултырышын уҙғарҙы
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ағзалары кәңәшмәһенең көн тәртибенә бер нисә тиҫтә хоҡуҡи документ сығарылғайны. Был юлы социаль сәйәсәт, иҡтисад, сәнәғәт тармаҡтарына бәйле закон проекттарының күбеһе беренсе һәм икенсе уҡыуҙа ҡаралды.

Рәсәй һәм Донъя хәбәрҙәре
Америка дәүләт секретары Джон Керри ҡушма штаттарҙың махсус хеҙмәттәренең Франция етәкселәренең телефондан һөйләшеүҙәрен тыңлауы тураһындағы хәбәрҙәрҙе кире ҡаҡты. Быға тиклем Викиликс милли именлек агентлығы Францияның өс президентының телефондан һөйләшеүҙәрен тыңлаған тип хәбәр иткәйне. ...
- « первая
- ‹ предыдущая
- …
- 329
- 330
- 331
- 332
- 333
- 334
- 335
- 336
- 337
- следующая ›
- последняя »