Өфөлә ташҡынға ҡаршы күнекмәләр башланды

  • Өфөлә ташҡынға ҡаршы күнекмәләр  башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ташҡынға ҡаршы күнекмәләр  башланды.

Республикала йыл һайын ташҡын һыуҙарын хәүефһеҙ үткәреү буйынса етди саралар күрелә.Быйыл ҡыш ҡар  күп яуыу сәбәпле ташҡын уғатат көслө булыр, тип көтөлә. Шуға ла барлыҡ хеҙмәттәр әленән үк уға  әҙерләнә башланы. Бөтә Рәсәй мәғлүмәт биреү һәм иҫкәртеү комплекслы системаһының Башҡортостан төбәк бүлегендә яҙғы ташҡын осорона 7 меңдән күберәк кеше һәм 1 мең ярымдан ашыу берәмек техника һәм йөҙөү сараһы әҙер. Ташҡынды  бәлә-ҡазаһыҙ үткәреү буйынса ташҡынға ҡаршы комиссия эшләй. Зыян күргән халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары әҙерләнгән. 

Яндекс.Метрика