Өфөлә тиҙ ярҙам машинаһы йорт ихатаһында батҡан

Өфөлә тиҙ ярҙам машинаһы йорт ихатаһында батҡан. Водителгә көрәк алып машинаһының тәгәрмәс аҫтынан ҡар ташлауҙан башҡа әмәл ҡалмай. Мушников урамындағы был хәл бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Күптәр “Ни өсөн үтеп барыусылар водителгә машинаһын этеп сығарырға ярҙам итмәгән”-, тип һорау бирә. Икенселәр бындай осраҡта мотлаҡ идарасы компанияға шылтыратырға кәңәш итә. Сөнки тап уларҙың ғәйебе менән кемдеңдер ғүмере өҙөлөүе ихтимал.

Яндекс.Метрика