Йәй башланғансы меңдән ашыу ғаилә фатирлы буласаҡ

Йәй башланғансы меңдән ашыу ғаилә фатирлы буласаҡ. Республикала авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәргә яңы фатир бүлеү программаһы дауам итә. Был турала тулыраҡ мәғлүмәт хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина сюжетында.

Был иҫке йортҡа Левакшиндар ғаиләһе 25 йыл элек күсә. Ошо осорҙа фатир тулыһынса сафтан сыға. Иҙәндәр, тәҙрә яңаҡтары ҡыйшайған, ишектән ел өрә.

Ниһәйәт, быйыл хужалар яңы йорт туйлаясаҡ. Улар хатта бүлмәләргә йорт йыһаздары ала башлағанда инде.

Кузнецов Затоны урамында урынлашҡан 13 ҡатлы йорт та тиҙҙән гөрләп торасаҡ. Төҙөүселәр бинаны туғыҙ ай эсендә сафҡа индергән.

Был йорт 2016-сы йылда ғына төҙөлә башлауға ҡарамаҫтан, ул хужаларын ҡабул итергә әҙер… Фатирҙар йылы, һыу үткән, ремонт та эшләнгән….

Бындағы бар фатирҙар ҙа эконом-класлы. Бер бүлмәлеләре 28 кв метр булһа, ике бүлмәлеләре 44 кв метр. Законға ярашлы, күсеүселәргә элекке торлаҡтары менән бер майҙандағы фатир бирелә.

Өфөнөң Кузнецов Затоны урамында ошо программаға яраҡлаштырып күп ҡатлы биш йорт төҙөлгән. Улар барыһы ла быйылғы ярты йыллыҡта сафҡа индереләсәк. Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү Фондынан белдереүҙәренсә, республикала ошондай тағы ла 60 йорт төҙөләсәк.

Был махсус программа 2013-сө йылдан бирле эшләй. Дөйөм финанслауға федераль һәм төбәк бюджетынан 14 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Бөгөнгә программаның 75 % бойомға ашырылған. 

Яндекс.Метрика