Өфөлә “Урал батыр” фольклор байрамы үтте

Өфөлә “Урал батыр” фольклор байрамы үтте.

Сара “Туған телдәр аҙналығы” сиктәрендә ойошторолдо. Байрамда  “Урал батыр” эпосынан сәхнәләштерелгән өҙөктәр күрһәтелде. Ойоштороусылар әйтеүенсә, сараның төп маҡсаттарының береһе – эпосты мәңгелләштереү һәм йәш быуынға еткереү.

Әйткәндәй, Өфөлә «Урал батыр» эпосына арналған һәйкәл барлыҡҡа киләсәк. Бындай тәҡдим менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты сыҡҡайны. Һәйкәлде Башҡортостандың 100 йыллығын байрам иткәндә һәм 2020-се йылдағы Бөтә донъя Фольклориадаһы көндәрендә асыу ҡарала. Һәр милләт тә үҙенең тарихи ҡобайыры барлығы менән ғорурлана алмай. “Урал батыр”, иһә, иң боронғо эпик әҫәр булараҡ та билдәле. Шуға күрә лә баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары уны һәйкәл рәүешендә генә түгел, ә скульптура ансамбле булараҡ күрергә теләй.

Яндекс.Метрика