Ике көндә 80 миллиард һумлыҡ инвестиция

Республика етәксеһе халыҡты иҡтисади эшмәкәрлеккә әүҙемерәк йәлеп итергә саҡыра. Был турала ул Сочи ҡалаһында төбәк башлыҡтарының Дмитрий Медведев менән осрашыуында белдерҙе. Инвестиция форумында Башҡортостан бер-нисә мөһим килешеүгә ҡул ҡуйҙы.Быйыл республика алдында  бюджет системаһын камиллаштырыу бурысы тора. Ул үтәлгән осраҡта Башҡортостан дәүләт яғынан ҙур ярҙам аласаҡ. Әле барлыҡ муниципалитеттарҙа ла килемдәрҙе арттырыу һәм сығымдарҙы һөҙөмтәлерәк итеү буйынса юл карталары төҙөлгән. Рәсәй хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев менән осрашыуҙа бюджет сәйәсәтен тикшергәндә республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡыҫҡаса финанс мәсьәләләргә лә туҡталды.Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу республика бюджетына 1 миллиард 500 миллион һум аҡсаны янда ҡалдырырға мөмкинлек биргән. Төҙөлөштәге заманса проекттар ҙа сығымдарҙы бик күпкә кәметкән. Башҡортостанда йортта социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә аутсорсинг ысулы ла киң үҫешкән. Рөстәм хәмитов билдәләүенсә, иҡтисадты, кооперацияны бергәләп үҫтереү мөһим.Сочи ҡалаһында ике көнлөк инвестиция форумы барышында  республика бер-нисә мөһим килешеүгә ҡул ҡуйҙы.  Иҡтисадтың төрлө өлкәләренә- ауыл хужалығы, сәнәғәт һәм эшкәртеү сәнәғәтенә инвестициялар йәлеп ителде. Өфө автотоннелен төҙөүсе лә табылды. Ул “Башҡорт концессион компанияһы”. Баш ҡаланың көнсығыш үткәүеле М5 һәм М7 трассаларын тоташтыра. Уның бер өлөшө, 1,2 саҡрымы Өфөлә үткән быуатта төҙөлә башлаған тоннель аша үтәсәк. Барлығы 14 саҡрымға һуҙылған юлдың 2 ярым километрын Ҡариҙел аша күпер тәшкил итә. Башҡортостан хөкүмәте менән Рәсәй Һаҡлыҡ банкы ла хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйҙы. Документ төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә етди этәргес бирер, тип көтөлә. Башҡортостан өсөн рәсәй һаҡлыҡ банкы стратегик партнерҙарҙың береһе. Башҡортостан Хөкүмәте, республика муниципалитеттары һәм ҙур сәнәғәт предприятиелары араһында документ протоколдары имзаланды. Яҡтар Белорет районында ағасты тәрән эшкәртеү һәм туризмды үҫтереү өлкәһендә өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу, Учалыла һәм Бәләбәйҙә коммуналь инфраструктура объекттары төҙөү, республиканың юл-төҙөлөш комплексы предприятиеларының эшенә техник һәм технологик яҡтан ярҙам итеү өсөн сервис үҙәктәре булдырыу буйынса бергәләп эш итергә килеште. Дөйөм алғанда, Башҡортостан “Сочи” инвестиция форумында  тиҫтәнән ашыу килешеүгә ҡул ҡуйҙы.  

Яндекс.Метрика