Башҡортостан көслө ҡар эҙемтәләре менән көрәшә

  • Башҡортостан көслө ҡар эҙемтәләре менән көрәшә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан көслө ҡар эҙемтәләре менән көрәшә.

Һауа торошоноң бер туҡтауһыҙ үҙгәреп тороуо арҡаһында республика юлдарында авариялар күбәйҙе. Башҡортостан менән Силәбе араһындағы  аварияла Камаз машинаһы пассажиры һәләк булған. Трассала ике фура бәрелешә. Салауат районындағы фажиғәлә күрше төбәктә йәшәгән водитель һәм Смоленск өлкәһенән килгән фура шоферы йәрәхәтләнгән.  Кисә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле лә Стәрлебаш районына гастролдәрен өҙөргә мәжбүр булды. Данлыҡлы ансамбль артистары ултырған  автобус көрт аша үтә алмай. Концертты марттың туғыҙына күсергәндәр. Ә ҡыш Башҡортостандан китергә ашыҡмай. Гидрометүҙәк мәғлүмәттәренә ҡарағанда, кесаҙна төнөндә республикала урыны менән 17 градусҡа тиклем һыуыта. Синоптиктар шулай уҡ ҡар вәғәҙәләй. Юлдарҙағы боҙлауыҡ автомобиль хәрәкәтен ҡатмарлаштырасаҡ. 

Яндекс.Метрика