Беҙ сәләмәт тормош яҡлы

Өфөлә ҡатнаш алыш спорты буйынса 16-17 йәшлек үҫмерҙәр араһында Башҡортостандың беренселеге һәм Республика чемпионаты еңеүселәре исеме аталды. Был турнирҙа беҙҙең телерадикомпания мәғлүмәти яҡтан партнер булараҡ сығыш яһаны.  Тап еңеүселәрҙең береһенә беҙҙең компания кубогы ла бирелде. Алтмыштан ашыу спортсыны берләштергән егерме клуб. Рингҡа сығыусыларҙың барыһы ла үҙ клубында иң көслө алышсы. Һәм тап уларҙың араһынан иң-иңдәр республиканың йыйылма командаһында урын алыр өсөн көс һынашты. Ярышҡа Сибай, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Нефтекама, Өфө ҡалаларынан, республика райондарынан спортсылар йыйылды. Үҫмерҙәр ҡатнаш алыш спорты буйынса республиканың иң көслө клубтарын тәҡдим иттеләр. Йәш спортсылар оҫталығын баһалаусы ҡунаҡтар ҙа — абруйлы шәхестәр. Турнирға килгән үҫмерҙәргә ни бары 16-17 йәш. Шуға ҡарамаҫтан, улар үҙ ҡалаларында киң билдәле спортсылар. Башҡортостанда яңы үҫеш алған был ҡатнаш алыш турнирында сығыш яһаусылар 17 ауырлыҡ үлсәме һәм төрлө категорияларҙа билдәләнде. Әлбиттә, һәр спортсының төп маҡсаты еңеү яулау. Тик турнирҙағы иң көслө көрәшсе исеменә лайыҡ булыу еңелдән түгел. Турнирҙың төп маҡсаты Башҡортостан йәштәрен сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу менән бер рәттән, комплекслы ҡатнаш алыш төрөн популяштырыу һәм үҫтереү.Турнирға спортсылар етди әҙерләнеп килгән. Бәйгелә 16 клуб ҡатнаша һәм тап ошонда Волга буйы федераль округы кимәлендә Башҡортостан абруйын яҡлау хоҡуғын алыу өсөн ҡыҙыу алыш бара. Ярыштың дөйөм йомғаҡтары буйынса чемпионатта 1-се урынды “Маршал Артс ”спорт үҙәге яуланы, беренселектә иһә Александр Суворов исемендәге 127-се мәктәптең көрәш академияһы еңеп сыҡты. Улар беҙҙең компания әҙерләгән кубокка лайыҡ булдылар.Хәҙер инде тап улар ошо көндәрҙә республика исеменән Рәсәй кимәлендә ҡатнаш алыш спорты буйынса ярыштарҙа сығыш яһайасаҡ. Шәхси беренселек һәм клуб зачеттары өсөн рингҡа сыҡҡан көрәшселәр күп йыллыҡ күнекмәләр һәм тырышлыҡтары аша ғына еңеү яуланылар. 

Яндекс.Метрика